ХАНОВ Сыңғыҙ Һаҙый улы [30.12. 1915, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Арҡауыл а. (БР-ҙың Салауат р-ны) — 1941], яҙыусы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин-тын тамамлағандан һуң (1936) ВКП(б)-ның Башҡ-н өлкә ком-ты эргәһендәге В.И.Ленин һәм И.В.Сталиндың хеҙмәттәрен башҡорт теленә тәржемә итеү комиссияһы ағзаһы, һуңынан 1940 й. тиклем Башҡ-н дәүләт нәшриәтендә сектор мөдире. Фронтта һәләк була. Граждандар һуғышы йылдарындағы партизандарҙың ҡыйыулығы, ҡаһарманлығы т-дағы “Фатима”, “Яппар”, “Комиссар Зыков”, “Ҡаратау партизандары” хикәйәләре авторы.

Әҫәрҙ.: Фатима: хикәйәләр. Өфө, 1942; Ҡаратау партизандары: хикәйәләр. Өфө, 1989.

Р.Д.Мостафина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов