ХАНОВ Рафаэль Рәфил улы (24.3. 1973, Өфө), спортсы. Ауыр атлетика б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1995). Р.Л.Хановтың улы. Башҡ-н физик культура ин-тын тамамлаған (2009). “Өфөлө” спорт клубының ДЮСШ (тренеры Ханов) һәм Юғары спорт оҫталығы мәктәбе (П.С.Горулёв) тәрбиәләнеүсеһе. Рәсәй кубогын яулаусы (1996), Рәсәй кубогының көмөш призёры (1995), “Алтын әфлисун” халыҡ-ара турнирының бронза призёры (Төркиә, 1993). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1993—98).

Тәрж. М.Н.Моратшина