БАЛЪЯ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Ленин а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 25 км һәм Күмертау т. юл ст. Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта Балоя й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 268 кеше; 1959 — 205; 1989 — 111; 2002 — 153; 2010 — 142 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

1925 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1910 й.) һуң Стәрлетамаҡ кантонында нигеҙ һалына.

А.М.Нәсибуллина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика