ХРОМ (Chromium), Сr, Д.И.Менделеев периодик системаһының VI төркөм химик элементы. Тәбиғәттә 4 тотороҡло изотобы бар. Х. 70-тән ашыу минералы билдәле (хромиттар, крокоит, волконскоит һ.б.); Х. сульфидтары — метеориттарҙа, ҡатышмалары дунитта, слюдаларҙа һ.б. табылған. Көмөш төҫлө металл; tиреү 1890°С, тығыҙлығы 7190 кг/м3; таҙа Х. йәбешкәк, сүкелеүсән; водород, углерод ҡушылмалары һ.б. м-н – ватылыусан; парамагнит; ныҡ онталған Х. һауала үҙенән-үҙе тоҡаныу һәләтенә эйә; концентрацияланған азот, фосфор к-талары һ.б. м-н пассивлаша; тоҙ к-таһында, шыйығайтылған көкөрт к-таһында эрей; комплекслы берләшмәләрҙә окисланыу дәрәжәһе төрлө була. Йылытҡанда азот, галогендар, кислород, көкөрт, углерод һ.б. м-н тәьҫирләшә; карбонаттар, нитраттар, һелтеле металдарҙың хлораттары м-н иреткәндә хроматтар барлыҡҡа килтерә. Берләшмәләре ағыулы; окисланыу дәрәжәһе +6 булған хлор өсөн ПДК 0,0015 мг/м3. Матдә алмашыуҙа ҡатнаша. Х. оксидын, хлоридын ҡайтарыу, хром-аммоний әсеү­ташы эретмәләрен, Х. оксиды сульфаты эретмәләрен электролизлау; таҙа Х. – водород м-н таҙартыу, вакуумда дистилляциялау, өлөшләтә иретеү, иод м-н таҙартыу; айырыуса таҙа Х. — органик комплекстарҙы артабан таҙартыу м-н термик тарҡатыу; феррохром – Х. оксидын ҡайтарыу, хром мәғдәндәрен иретеп ҡайтарыу юлы м-н алына. Гальванотехникала, ферро-һәм никель иретмәләре составында һ.б. ҡулланыла; Х. берләшмәләре – утҡа сыҙамлы һәм химик яҡтан тотороҡло, магнит материалдар, пигменттар, тире дуплағыстар, микроашламалар, пиротехник составтарҙағы окисландырыусылар һ.б. Башҡортостанда хромит ятҡылыҡтары Белорет, Бөрйән, Учалы р-ндарында тупланған; Х. икенсел ресурстары Белорет металлургия комбинаты шлактары, байыҡтырыу ф-каларының байыҡтырыу ҡалдыҡтары. Хром мәғдәндәре 1870—1945 йй. үҙләштерелә (ҡара: Тау эше). 1920—2010 йй. «“Восток” тау-мәғдән компанияһы» (Әбйәлил р-ны), «“Хром” тау-ҡаҙылма компанияһы» (Өфө; ҡара: Файҙалы ҡаҙылмаларҙы байыҡтырыу) тарафынан сығарыла. Хромлы суйындан яһалған изделиеларҙы – Урал төҫлө металдар з-ды (Өфө); Х. берләшмәләре нигеҙендәге нефть һәм газ скважиналарын быраулау өсөн реагенттарҙы, дуплағыстарҙы “Дубитель” ААЙ сығара. Металдарҙы, иретмәләрҙе хромлау “Гидравлика”, “Автонормаль”, Нефтекама автозаводы, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе пр-тиеларында, биҙәү әйберҙәрен хромлау — “Хром-Уфа” студияһында һ.б.; хромлы дуплау — Октябрьский һәм Стәрлетамаҡ күн аяҡ кейеме комб-ттарында; хромлы катализаторҙар — Каучук” ЯАЙ-нда, “Газпром нефтехим Салават”, “Уфаоргсинтез” ААЙ-ларында ҡулланыла. ӨАИ-ла Х. ултырмалары м-н электр ярҙамында ултыртыу технологияһы уйлап табыла (Р.С.Вәхитов), хром-никель иретмәләренең ҙур тиҙлек м-н иреүе өйрәнелә (Н.Ә.Әмирханова). Геология ин-тында тупраҡта һәм уны барлыҡҡа килтергән тоҡомдарҙа Х. миҡдары; Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин-тында – Х. иретмәләренән даими магниттар алыу (Ғ.Ф. Корзникова); Нефтехимия производстволары ҒТИ-нда баҡыр-хромлы катализаторҙар алыу технологияларын эшләү (Р.М.Мәсәғүтов) б-са тикшеренеүҙәр үткәрелә.

Н.В.Давиденко, В.Н.Никонов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов