ЮЛАМАН, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Талбазы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 4 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 34 км алыҫлыҡта Чегаклы й. (Ауырғазы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 348 кеше; 1920 — 414; 1939 — 425; 1959 — 390; 1989 — 413; 2002 — 488; 2010 — 407 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Талбазы­ лице­йы филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға Нуғай­ даруғаһы Меркет‑Мең (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Яйыҡ‑Ҫыбы‑Мең) улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1745 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Юламан Таймаҫов, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Юламан Моталлапов, исеме м‑н аталған. 1783 й. бында Өфө­өйәҙе Алмантай а. (хәҙ. Өфө р‑ны Ҡамышлы а.) сыуаштар күсеп ултырған. 1795 й. 8 йортта 37 кеше иҫәпкә алынған. 1865 й. Ю. 2 ауыл булараҡ теркәлгән: беренсеһендә 2 йортта 26 башҡорт йәшәгән, икенсеһендә 34 йортта — 204 сыуаш (ат м‑н ярма һыҙырғыс булған). Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған. А.С. Са­вельев‑САС ошо ауылда тыуған.

М.Х.Сафин,­М.С.Әминева

Тәрж.­Р.Ғ.Ғилманов