БАЛХИ (Әбү Зәйд Әхмәт ибн Сәхл әл‑Балхи; яҡынса 850—934 йй.), ғәрәп сәйәхәтсеһе, географ. Бағдадта уҡый. 10 б. башында Волга буйы Болғарында һәм башҡорттар ерендә була. Истахри һәм Д.А.Хвольсон әҫәрҙәре б‑са билдәле “Илдәрҙең географик карталары” (“Географические карты стран”; яҡынса 921—22) хеҙмәте авторы. Башҡорттарҙы “башджарҙар” (ҡара: Башҡорт) исеме м‑н һүрәтләй һәм уларҙы төрки телле халыҡтар иҫәбенә индерә. Б. яҙыуынса, башҡорттарҙың бер төркөмө — болғарҙар, икенсеһе бәшнәктәр м‑н сиктәш була.

Әҙәб.: Заходер Б.Н. Каспийский свод сведений о Восточной Европе: в 2 т. М., 1962—1967.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика