ХРИЗОБЕРИЛЛ (гр. chrysos— алтын һәм beryllos — берилл), ҡатмарлы оксидтар ярым класы минералы, Al2BeO4. Кристалдары ҡалын пластинкалы, һирәгерәк ҡыҫҡа һәм оҙон призматик псевдогексагональ формалы. Төҫө алтын һымаҡ, көрән, йәшкелт һары, үтә күренә; һыҙаты аҡ, быяла һәм балауыҙ кеүек ялтыр. Ҡатылығы 8,5, тығыҙлығы 3700 кг/м3, йәбешкәклеге камил түгел, һынылышы ҡыуыш. Х. төрҙәре: александрит (аҫыл таш, хромлы Х. ҡояш яҡтыһында — асыҡ йәшел, яһалма яҡтылыҡта ҡыҙыл төҫтә була), цимофан, йәки “бесәй күҙе” (таш эсендәге бушлыҡтар уның өҫкө йөҙөндә йылҡылдап торған һыҙат барлыҡҡа килтерә). Х. слюдалы һәүерташтарҙа, флогопит, хлорит, фенакит, флюорит, плагиоклаз ҡатыш пегматиттарҙа һәм апоультрабазитлы грейзендарҙа барлыҡҡа килә. Һибелмә тау тоҡомдарынан һәм ашалыу ҡатлауҙарынан сығарыла. Көньяҡ Уралда Х. Илмән тауҙарының сиенитлы пегматиттарында, ш. уҡ Һәнәр һәм Ҡабан йй. (Тубыл й. басс.) үрге ағымындағы аллювиаль ултырмаларҙа осрай.

С.Г.Ковалёв

Тәрж. Г.М.Ғәлиева