ХРАМЦОВ Николай Филиппович (18.12.1926, Алыҫ Көнсығыш крайы Прохоры а. — 8.9.2008, БР-ҙың Дыуан р-ны Ярославка а.), хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ-ны тамамлағандан һуң (1958) Дыуан а.х. техникумында эшләй. 1962 й. алып “Октябрь байрағы” к-зында: баш агроном, 1968 й. башлап рәйес, 1987—91 йй. ревизия комиссияһы рәйесе; 1992— 95 йй. Дыуан р-нының Ярославка а/с ер төҙөлөшө белгесе. Х. етәкс. 1970 й. к-з юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшкән: иген культураларының уңдырышлылығы — 22 ц/га тиклем, һәр һарыҡтан ҡырҡылған йөн — 4 кг, тауыҡтарҙың йомортҡаһы — 103 данаға, 100 һарыҡтан алынған бәрәс 136 башҡа тиклем артҡан. Ленин (1971), 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), “Почёт Билдәһе” (1966) орд. м-н бүләкләнгән.

Н.И.Черепанова

Тәрж. А.Н.Күсеев