ЮЛАЙ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Ҡорғат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 34 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнс. табан 133 км алыҫлыҡта Аҡа й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 477; 1939 — 314; 1959 — 279; 1989 — 188; 2002 — 208; 2010 — 158 кеше. Татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға Красноуфимск­ өйәҙе Кесе Ҡошсо улусы башҡорттарының ­аҫаба­ ерҙәрендә 1783 й. керҙәшлек килешеүе б‑са татар дәүләт­крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1869 й. Юлай Ҡорғаты булараҡ иҫәпкә алынған, 28 йортта 168 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр.

Г.Т.Хөсәйенова Тәрж.­Р.Ғ.Ғилманов