ЮЛ ЯПРАҒЫ (Plantago), юл япрағы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 260‑тан ашыу төрө билдәле, тропик бүлкәттәрҙән тыш бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда 9 төрө үҫә: дала Ю.я., ланцет Ю.я., татырлыҡ Ю.я., уртансы Ю.я. һ.б. Яланғас йәки төклө күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары тамыр яны япраҡтары розеткаһы булған төбөнән күтәрелеүсе уҡ рәүешле йәки тарбаҡлы, япраҡлы, бейеклеге 15—70 см тиклем. Япраҡтары ҡыяҡ, ланцет, киң эллипс йәки йомортҡа формаһында, һаплы. Сәскәләре ваҡ, 4 быуынлы, күркһеҙ, аҡ, ал, һарғылт йәки ҡуңыр төҫтә, ҡуйы башаҡҡа йәки башҡа йыйылған. Май—сент. сәскә ата. Емеше — ҡумта, авг.—сент. өлгөрә. Торлаҡ янында, юл буйҙарында, болондарҙа, аҡландарҙа, йылға туғайҙарында, ҡайһы бер төрҙәре тоҙло тупраҡта, далаларҙа үҫә. Респ. бөтә терр‑яһында тиерлек таралған, ҡытыршы Ю.я. Дәүләкән р‑нында, Крашенинников Ю.я. Хәйбулла р‑нында осрай. Күп Ю.я. ҡый­ үләндәре булып тора. Ҙур Ю.я. — дарыу­ үҫемлеге, культурала уның ҡуйы ҡыҙыл япраҡлы формаһы үҫтерелә. Эндемик булған Крашенинников Ю.я. БР‑ҙың Ҡыҙыл­ китабына индерелгән.

Л.М.Абрамова

Тәрж.­Г.А.Миһранова