ХӨСӘЙЕНОВА Физа Сәләх ҡыҙы (27.9.1930, БАССР-ҙың Шишмә р-ны Бәрҫеүәнбаш а.), терапевт. Мед. ф. д-ры (1973), проф. (1977). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1993), БАССР-ҙың атҡ. табибы (1983), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1981). БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1952) 1962 й. тиклем Респ. клиник дауаханаһында эшләй. 1965—95 йй. БДМИ-ла (1974—86 йй. госпиталь терапияһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге кардиология (йөрәктең ишемия ауырыуын, миокард инфарктын һ.б. иртә диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалау), һөнәри ауырыуҙар (проф. факторҙар тәьҫирендә гемостаз, бензол сығарылмалары һ.б. оҙайлы тәьҫире булғанда клиник-гематологик тикшеренеүҙәр) мәсьәләләренә арналған. 200-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Башҡ-н терапевтар йәмғиәте рәйесе (1981—86).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина