ЮЛ ЯПМАҺЫ, автомобиль­ юлдарының машиналар йөрөй торған өлөшөндәге транспорт сараларының хәүефһеҙ хәрәкәтен тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән күп ҡатламлы инженер конструкцияһы. Ю.я. капиталь, еңеләйтелгән, күсереү һәм түбән; ҡаты (бетондан) һәм ҡаты булмағандарға (битумдан,­ ҡомдан, ҡырсынташтан һ.б.) айырыла. Нигеҙ һәм ҡаплауҙан тора. Нигеҙендә төп тотоп торған ҡатлам һәм һыуыҡтан һаҡлаған, йылы үткәрмәгән, дренажла­ған һ.б. өҫтәмә ҡатламдар бүленә. Тимер‑бетон, бетон һәм арматураланған бетондан эшләнгән йыйылмалы һәм монолит, битумлы‑минераль (асфальт‑бетон һ.б.), берәмләп һалынған (брусчатка, һуйырташ һ.б.), бер‑береһенә тоташҡан һәм тоташмаған (ҡырсын, ҡырсынташ һ.б.) дискрет материалдарҙан эшләнгән ҡаплауҙар айырыла. 20 б. 90‑сы йй. аҙ. алып нигеҙ тупраҡтары рулонлы геотекстиль материалдар м‑н нығытыла, улар арматуралаусы, капиллярҙарҙы өҙөүсе, һыуҙы һәм йылылыҡты үткәрмәүсе, тигеҙләүсе йәки технологик ҡатлам хеҙмәтен үтәй. 90‑сы йй. аҙ. “Туймазытекс” ЯАЙ‑нда автомобиль юлдарын, аэродромдарҙың күтәрелеү‑ултырыу һыҙаттарын, ер конструкцияларының өйөмдәрен һәм ситтәрен яңыртып төҙөгәндә Ю.я. аҫҡы ҡатламдарын нығыта торған еп м‑н бәйләнгән арматуралаусы “Армосет” һәм “Армотекс” материалдары; үткәргес торбаларҙы, ярҙарҙы, юл ситтәрен, күпер таяуҙарының остарын һ.б. һыу һәм ел эрозияһынан һаҡлау өсөн “Геомат” геотекстиль каркас материалы; юл полотноһының нигеҙе һәм ҡаплауы араһында айырыу, фильтрлау һәм дренажлау ҡатламы сифатында ҡулланылған энә м‑н тишелгән туҡылмаған “Техпол” материалы һ.б. эшләнә.

В.М.Латипов

Тәрж.­Р.Ғ.Ғилманов