ХӨСӘЙЕНОВА Гөлнур Рауил ҡыҙы (14.10.1959, БАССР-ҙың Учалы р-ны Ҡунаҡбай а.), фольклорсы. Филол. ф. д-ры (2017). БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (2007). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1983) ТТӘИ-лә эшләй (2002 й. алып бүлек мөдире), бер үк ваҡытта 1991 й. башлап А.М.Горький ис. Әҙәбиәт ин-тында (Мәскәү), 1994–97 йй. БДУ-ла, 2000–11 йй. БДПУ-ла уҡыта. 1986 й. алып БР һәм РФ-тың башҡа төбәктәре буйлап фольклор экспедицияларында ҡатнаша (шуларҙың 14-ндә етәксе була). Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт халыҡ әкиәттәрен, уларҙың жанр спецификаһын, поэтикаһын һәм текстологияһын өйрәнеүгә арналған. “Башҡорт халҡының тари­хы” (“История башкирского народа”; 7 томда, 2009–2012), “Башҡорттар” (“Башкиры”; 2015) баҫмалары авторҙарының береһе; “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығын һ.б. төҙөүсе. 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Әҫәрҙ.: Башкирская волшебная сказка: поэтика и текстология. Уфа, 2014.

Тәрж. Н.М.Сиражитдинова