ХӨСӘЙЕНОВ Әхәт Рәхмәтулла улы (5.8.1946, БАССР-ҙың Ҡырмыҫҡалы р-ны Үтәгән а.), актёр. БАССР-ҙың халыҡ (1990) һәм атҡ. (1984) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1982). Өфө сәнғәт уч-щеһын тамамлағандан һуң (1966; И.Х.Йомағолов курсы) Салауат драма театры, 1968 й. алып (өҙөклөк м-н) БАДТ актёры. 1992—2002 йй. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры дир., бер үк ваҡытта актёры.

Төрлө пландағы актёр: Ричард Галин (“Айгөл иле”; дебют, 1968, Салауат башҡорт драма театры), Байбура (“Зәңгәр шәл”, К.Ғ.Тинчурин), Ибрай (“Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..”, М.Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы б-са Р.В.Исрафилов спектакле), Алпаров (“Аманатҡа хыянат”, Ф.В.Боғҙанов) һ.б. Х. тәүге комик ролдәрендә сағыу үҙенсәлек өҫтөнлөк итә: Хәниф (“Тиле йәшлек”, И.Ә.Абдуллин), Дәүләтбай (“Ҡыҙ урлау”, М.Кәрим); һуңғы ролдәре лиризм, ихласлыҡ һәм тәьҫирлелек м-н һуғарылған: Хәбибрахман (“Һөйәм, һағынам...”, М.А.Ғиләжев), Балбабай (“Балаҡайҙарым”, Ә.Ҡ.Атнабаев), Әхмәҙулла (“Минең ғаиләм”, Т.С.Дәү­ләтбирҙина). Исмәғил (“Ғәлиәбаныу”), Рим папаһы (“Аттила”, Ғ.Ғ. Шафиҡов), Пит (“Кәкүк ояһы”, К.Кизиҙың ш. уҡ исемле романы б-са А.Ә.Абушахманов спектакле) образдарында юғары трагедия пафосына ирешә. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәһендә Ғәлимйән (“Йәш йөрәктәр”, Ф.Бурнаш), Унбаш (“Париж башҡорто”, Б.З.Рафиҡов) һ.б. ролдәр башҡара. Байтаҡ юмористик хикәйәләр авторы.

Р.Х.Ильясова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова