ХӨСӘЙЕНОВ Мөхәмәтйән [1756, Ҡазан даруғаһы Ҡаршын улусы (БР-ҙың Кушнаренко р-ны) Солтанай а. — 17.7.1824, Өфө, Ырымбур губ. Өфө өйәҙе Өршәк-Мең улусы Иҫке Атйетәр а., хәҙ. БР-ҙың Ҡырмыҫҡалы р-ны Атйетәр а. ерләнгән], дин әһеле, Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө (1788—1824). Ахун (1785). Сәйет биҫтәһе (ҡара: Ҡарғалы мәҙрәсәләре), Ырымбур, Бохара, Ҡабул ҡҡ. мәҙрәсәләрендә уҡыған. 1785 й. алып Ырымбур сик буйы экспедицияһында (ҡара: Ырымбур сик буйы комиссияһы) ахун, 1786 й. — Өфө наместниклығының беренсе ахуны. Ырымбур мосолман диниә назаратын Үҙәк мосолман коллегияһына үҙгәртеү, донъяуи фәндәр уҡытылған дини уҡыу йорттарын ойоштороу проекттарын эшләгән; Ҡаҙаҡ ханлығының Кесе һәм Урта йөҙҙәрендә хөкүмәт делегацияларына етәкселек иткән. Ирекле иҡт. йәмғиәт ағзаһы, Ҡазан ун-ты советының почётлы ағзаһы.

Д.Д.Азаматов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина