ЮЗЫКАЙН (Михайлов) Александр Михайлович [12.3.1929, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Янаҡтай а. (БР‑ҙың Краснокама р‑ны) — 17.12.1996, Йошкар‑Ола, тыуған яғында ерләнгән], яҙыусы. Марий Эл Респ. халыҡ яҙыусыһы (1996). Мари АССР‑ының атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Мари пед. ин‑тын тамамлаған (Йошкар‑Ола). 1958—60 йй. М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙа уҡыған (Мәскәү). Мари уҡытыусылар белемен камиллаштырыу ин‑тында методист, Мари ҒТИ‑нда, китап нәшриәтендә, радио тапшырыу студияһында хеҙм‑р, Мари АССР‑ының Мәҙәниәт министрлығында инспектор, “Ончыко” (“Алға”) ж. (бөтәһе лә — Йошкар‑Ола) баш мөхәррир булып эшләй. “Айыу өңө” (“Медвежья берлога”; 1972), “Эльян” (1979) романдары, “Юл сатында” (“На перепутье”; 1959), “Ҡараңғы батшалыҡта” (“В тёмном царстве”; 1966) пьесалары, “Ямбатыр” (1955) поэмаһы һ.б. авторы. Ю. ижадына мари халҡының тарихы т‑да уйланыуҙар, хәҙ. замандың әхлаҡи проблемаларын анализлау хас. “Батша тауында” (“На царской горке”; 1967) романында Башҡортостан мариҙарының Революция (1917) һәм Граждандар­ һуғы­шы осорондағы тормошо, “Янар һыу” (“Горящая вода”; 1963) очерктар һәм хикәйәләр йыйынтығында башҡорт нефтселәренең ғәҙәти хеҙмәт көндәре һүрәтләнә. Ю. әҫәрҙәре башҡорт теленә тәржемә ителгән. Мари АССР‑ының Дәүләт пр. лауреаты (1988). Краснокама р‑нының Ҡарый урта мәктәбендә Ю. музейы эшләй, тыуған ауылында яҙыусы йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Раненый цветок: пьеса. Йошкар‑Ола, 1969.

Тәрж.­ Р.Ә.Сиражитдинов