ЮЗИЕВ Нил Ғафур улы (10.1.1931, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Ямаҙы а. — 11.9.1996, Ҡазан, ТР‑ҙың Сасмак а. ерләнгән), әҙәбиәт белгесе. ТР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1992), филол. ф. д‑ры (1976). ТАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1981). И.Ғ.Юзиевтың ағаһы. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1953) Ҡазанда эшләй: 1956 й. алып “Совет әҙәбиәте” ж. яуаплы секретарь, 1960 й. башлап Ҡазан ун‑тында уҡыта; 1973—96 йй. ТР ФА‑ның Тел, әҙәбиәт һәм тарих ин‑тында: сектор мөдире, 1987 й. алып бүлек мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре татар шиғриәтенең тарихы һәм теорияһы, археография, текстология мәсьәләләренә арналған.

400‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. ТАССР‑ҙың Ғ.Туҡай ис. Дәүләт пр. лауреаты (1974). “По­чёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1986).

Ә ҫ ә р ҙ.: Муса Җәлил поэмалары. Казан, 1960; Хәзерге татар поэтикасы: (поэзия тео­риясенә кереш). Казан, 1973; Әдәбият чыганаклары белеме. Казан, 1998.

Тәрж.­Р.Ә.Сиражитдинов