“ЮЖУРАЛЛИФТ”, ЯАЙ. Лифт, эскалатор, траволаторҙарҙы монтажлау, көйләү, алмаштырыу, үҙәкләштереү, техник хеҙмәтләндереү м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. Составына лифттарҙың төп приводтары редукторҙарын һәм лебёдкаларын, запас частарын эшләү һәм ремонтлау, электр двигателдәрен ремонтлау, лифттар м‑н идара итеү станцияларын эшләү һәм көйләү участкалары; электрон платаларҙы тергеҙеү һәм электр‑үлсәү лаб.; Белорет, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Өфө, Салауат, Сибай, Учалы ҡҡ. лифт б‑са авария хеҙмәттәре инә. 2009 й. 1021 кеше эшләгән; 255 млн һумлыҡ хеҙмәт күрһәтелгән.

1968 й. “Рослифтремонт” респ. махсус тресы “Ураллифтремонт” махсус идаралығының Өфө участкаһы булараҡ ойошторола, 1973 й. алып “Башлифтремонт” махсус идаралығы, 1993 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. ­Р.Ғ.Ғилманов