ЮЖНЫЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Октябрьский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 29 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 89 кеше; 1989 — 252; 2002 — 283; 2010 — 263 кеше. Башҡорттар,­ урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Октябрьский урта мәктәбе филиалы) бар.

Ауылға 20 б. 50‑се йй. Стәрлетамаҡ с‑зы ойошторолоуға бәйле ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж­. Р.Ғ.Ғилманов