“ЮЖАРЛАННЕФТЬ” нефть һәм газ сығарыу идаралығы. Арлан­нефть­ятҡылығыныңЯңы Хажи майҙанын, Бейәбаш, Көнгәк, Нарат, Һикәяҙ нефть­ ят­ҡылыҡтарын һәм Асҡын, Краснокама р‑ндары терр‑яһындағы башҡа нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм файҙаланыу м‑н шөғөлләнгән. Краснокама р‑ны Редькин а. урынлашҡан. Составында 5 нефть һәм газ сығарыу, ҡатламда баҫымды тотоу, нефтте әҙерләү һәм һурҙырып бушатыу, ғилми‑тикшеренеү һәм производство эштәре цехтары һ.б. эшләй. Бырауланған скважиналар фонды — 3764 берәмек. 2009 й. 1,4 млн т нефть сығарылған. 1965 й. нефть промыслаһы идаралығы булараҡ ойошторола, 1970 й. алып НГДУ, 1995 й. — “Башнефть” АНК филиалы, 2005 й. — ЯСЙ. 2005 й. “Ю.” “Башнефть” АНК ААЙ‑ының “Башнефть—Яңауыл” филиалы составына, 2010 й. башлап төп өлөшө “Башнефть—Добыча” ЯСЙ‑ның “Арланнефть” НГДУ составына инә. 2009 й. ҡарата 174,2 млн т нефть сығарылған; макс. сығарыу кимәле — 7,66 млн т (1973). “Ю.” ҡатламдарға һыу ебәреүҙең төрлө модификациялары (тигеҙ киҫеүсе, контур эсе, һайланма‑сикле) ҡулланыла; ҡатламдарҙың ­нефть ­биреүсәнлеген арттырыу ысулдары һ.б. эшләнә. “Ю.” м‑н Б.Ф.Сандурский һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж.­Э.М.Юлбарисов