ЮДИН Александр Владимирович (28.11.1934, Өфө — 28.6.2010, Мәскәү), рәссам. РФ Рәссамдар союзы ағзаһы (1968). Пенза художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1962) Өфөлә, 1975 й. алып Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй.

Ю. тәүге эштәренә фәлс. йүнәлеш, образдар экспрессияһы хас: “Йыр” (1967), “Юрий Смирнов иҫтәлегенә”, “Гарсия Лорка иҫтәлегенә” (икеһе лә — 1969). Натюрморттар (“Геологик натюрморт”, 1964), Н.Ғ. Ғата­уллин (1967), А.В.Пантелеев (1974), Б.Л.Пастернак (1987) портреттары авторы. 1980—90 йй. әҫәрҙәре (“Көҙгө пейзаж”, “Переяславль‑Залесский”) төҫтәр гармонияһының тәьҫирлеге һәм формаларҙың көслө пластикаһы м‑н айырылып тора. Бәләкәй пластика (“Хиросима иҫтәлегенә”, “Бабай”; икеһе лә — 1969, шамот), монументаль­ сәнғәт­ (1970 й. “Синтетик­каучук” мәҙәниәт һарайының экстерьерындағы фриз уның эскиздары б‑са биҙәлгән; 1974 й. Е.А. Винокуров, Пантелеев, В.Н.Юдина м‑н берлектә “Баштехинформ” комплексы бинаһының фасадында “Фән һәм техника” мозаикаһын эшләй) өлкәләрендә ижад иткән. 1964 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре БДХМ, Космос музейы (Мәскәү) һ.б. коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Тәрж.­Г.Һ.Ризуанова