ЮДА, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Бәҙрәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 7 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Элиныш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 333 кеше; 1920 — 494; 1939 — 399; 1959 — 354; 1989 — 209; 2002 — 196; 2010 — 186 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Башлан­ғыс мәктәп (Бәҙрәш урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1873 й. һәм 1896 й. араһында Бөрө­ өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Ҡәлмиәр а. (хәҙ. Иҫке Ҡәлмиәр а.) кешеләре Юда ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1896 й. 6 йортта 38 кеше йәшәгән. 20 б. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж.­Р.Ғ.Ғилманов