ХӨСӘЙЕНБӘК КӘШӘНӘҺЕ, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. 14 б. 1-се ярт. ҡарай. Шишмә р-ны Шишмә а. көньяҡ-көнсығышҡа табан Аҡзыярат күленең (Дим й. иҫке үҙәне) һыу баҫмай торған киртләсендә урынлашҡан. П.С.Паллас, Р.Г.Игнатьев, В.С.Юматов, В.В. Вельяминов-Зернов, Һ.В.Йосопов тарафынан тасуирланған, 20 б. 50-се йй. Б.Ғ.Кәлимуллин, 1985 й. Г.Н.Гарустович тикшергән. Кәшәнәнең нигеҙе дүрткел (8,5 м), көмбәҙ (бейеклеге 5,28 м) м-н осланған. Стеналары (ҡалынлығы 1,1 м) эзбизташ блоктарҙан һалынған. Ишеге (киңлеге 1,07 м, бейеклеге 2,45 м) көньяҡта, башҡа яҡтағы стеналарҙа арка формаһындағы тәҙрә уйымдары бар. 9 ҡәбер асыҡланған (ҡатын-ҡыҙ, 2 ир-ат һәм 6 бала), ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат ҡәберҙәре өҫтөндә ҡәбер таштары табылған. Үҙәктәге ҡәберҙә оҙонса түңәрәк формалағы таш кәртә, баш осонда эпитафиялы таш плита булған. Мәйеттәр ағас табуттарҙа салҡан һалып, баштары м-н көнбайышҡа ҡаратып, йөҙҙәрен көньяҡҡа бороп ерләнгән. Бер бала ҡәберендә ат теше табылған. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана. Х.к., эпитафияға ярашлы, мосолман миссионеры Хөсәйенбәк ҡәбере өҫтөндә төҙөлгән. Болғар тибындағы иртә мосолман ерләү ҡомартҡылары иҫәбенә инә.

Әҙәб.: Гарустович Г.Н. Погребения в каменных мавзолеях Башкирского Приуралья //Наследие веков. Уфа, 1995. Вып.1

Г.Н.Гарустович

Тәрж. Д.К.Үзбәков