ЮҒАРЫ УҠЫУ ЙОРТТАРЫНАН ҺУҢ БЕЛЕМ АЛЫУ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ, юғары­ белеме булған кешеләрҙең квалификацияһын күтәреүгә тәғәйенләнгән белем биреү учреждениелары. РФ‑тың “Мәғариф тураһында” (1992), “Юғары һәм юғары уҡыу йорттарынан һуң профессиональ белем алыу тураһында” (1996) закондарына ярашлы эшләй. Юғары уҡыу йорттарынан һуң белем алыуҙың төп формалары булып юғары­ уҡыу­ йорттарындағы, өҫтәлмә проф. белем биреү учреждениеларындағы, институттарҙағы, ш. уҡ ғилми‑тикшеренеү учреждениеларындағы аспирантура (адъюнктура), докторантура, магистрату­ра, ординатура тора. Ю.у.й.һ.б.а.у. академиялар, камиллаштырыу ин‑ттары, квалификация күтәреү б‑са тармаҡ ин‑ттары һәм курстар, яңынан әҙерләү һәм мәшғүллек б‑са уҡыу үҙәктәре һ.б. инә. 1934 й. Өфөлә асылған Башҡ‑н халыҡ мәғарифы кадрҙарының квалификацияһын күтәреү ин‑ты (ҡара: Мәғарифты­ үҫтереү­институты) һәм Башҡ‑н хужалыҡсы һәм инженер‑техник хеҙм‑рҙәрҙең квалификацияһын күтәреү ин‑ты Башҡортостанда тәүге Ю.у.й.һ.б.а.у. була. Республикала “Мәғариф” милли проекты (2006 й. алып), 2009—13 йылдарға “Инновациялы Рәсәйҙең ғилми һәм ғилми‑педагогик кадрҙары” федераль маҡсатлы программаһы, 2009—13 йылдарға Респ. мәғарифты үҫтереү программаһы һ.б. тормошҡа ашырыла. Ғилми һәм ғилми‑пед. кадрҙар Авиация ­техник­ университетын­да, Аграр­ университетта, Башҡорт­ дәүләт­ университетында, Медици­на­ университетында, Нефть ­техник ­университетында, Педагогия­ университетында, Бөрө ­социаль‑педагогия­ академияһында, Стәрлета­маҡ педагогия­ академияһында, БР Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Респ. уҡытыу‑ғилми методик үҙәгендә һ.б. әҙерләнә; белгестәрҙе яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү Башҡ‑н мәғарифты үҫтереү ин‑тында, БДМУ‑ның Дипломдан һуң белем алыу ин‑тында, Тармаҡ‑ара­ институтта, Проф­союз­ кадрҙарының­ квалификация­һын ­күтәреү­ институтында, Баш­ҡортостан­ агросәнәғәт­ комплексы кадрҙарын­ яңынан­ әҙерләү­ һәм­у лар­ҙың­ квалификацияһын­ күтәреү ­институтында алып барыла.

Тәрж.­Ә.Н.Аҡбутина