“ХӨСРӘҮ ВӘ ШИРИН”, төрки әҙәбиәт ҡомартҡыһы, дастан. 1342 й. шағир Ҡотб тарафынан яҙылған. Әзербайжан шағиры Низамиҙың ш. уҡ исемле поэмаһының хорезм-төрки әҙәби теленә (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре) ижади тәржемәһе (ҡара: Нәзирә) булып тора. Шиғри формала яҙылған. 4700-гә яҡын бәйетте үҙ эсенә алған 90 бүлектән тора. Әҫәр Алтын Урҙа ханы Тинебәк һәм уның ҡатыны Мәликәгә арналған. Хикәйәләүҙең үҙәгендә — фарсы шаһы Хөсрәү 2-сенең тормошо һәм эшмәкәрлеге. Фәрхәт–Ширин–Хөсрәү мөхәббәт өсмөйөшө аша автор юғары тойғоларға һәләтле кешенең бөйөклөгөн, рухи матурлығын, бөтмәҫ көсөн асып бирә. Шаһтың һөйгәне, аҡыллы, саф күңелле һәм ныҡлы ихтыяр көсөнә эйә булған сибәр Ширингә дастанда ҙур урын бирелә. Фәрхәт образында хеҙмәт көсө һәм эскерһеҙ һөйөү кәүҙәләнә. Характерһыҙ һәм мин-минлеге көслө булған Хөсрәү тик үлем алдынан ғына Ширингә булған мөхәббәте аша әхлаҡи яҡтанкамиллаша.Дастандаш.уҡшәфҡәтле һәм ғәҙел хаким мәсьәләһе күтәрелә. Әҫәр төрки телле әҙәбиәттәрҙә, ш. иҫ. башҡорт әҙәбиәтендә, мөхәббәт лирикаһы үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Ҡулъяҙманың төп нөсхәһе табылмаған, 1383 й. күсермәһе бар (Парижда Милли китапханала һаҡлана).

Әҙәб.: М и н н е г у л о в Х.Ю. Котб иҗаты. Казан, 1976.

М.Х.Иҙелбаев, М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов