ХӨСНӨТДИНОВА Эльза Камил ҡыҙы (24.5.1954, Өфө), генетик.Рәсәй мәғариф акад. мөхбир ағзаһы (2016), БР ФА акад. (2012), биол. ф. д-ры (1997), проф. (1998). РФ-тың (2004) һәм БР-ҙың (1999) атҡ. фән эшмәкәре. К.Ш.Әхиәровтың ҡыҙы. БДУ-ны тамамлағандан һуң (1976) Биохимия һәм генетика ин-тында эшләй: 1983 й. алып өлкән ғилми хеҙм-р, 1990 й. – төп ғилми хеҙм-р, 1994 й. — лаб., 2002 й. — бүлек мөдире, 2017 й. башлап дир. вазифаһын башҡарыусы. Фәнни эшмәкәрлеге кешенең мед., популяция һәм молекуляр генетикаһы проблемаларына арналған. Х. тарафынан ДНК полиморфизмы т-дағы мәғлүмәттәр нигеҙендә Волга-Урал төбәге, Урта Азия һәм Кавказ халыҡтарының генофонд структураһы һәм генетик тарихы өйрәнелә, БР-ҙа нәҫелдән килгән патологияларҙың геногеографияһы һәм молекуляр-генетик структураһы тикшерелә. Х. етәкс. 15 нәҫелдән килгән, 17 нәҫелдән килгән бирешеүсәнле ауырыуҙарҙың ген­дарына анализ үткәрелә, нәҫелдән килгән ауырыуҙарҙың пренаталь һәм иртә ДНК-диагностикаһы алгоритмдары эшләнә һәм ҡулланыла. Этногенетикалағы фәнни йүнәлешкә нигеҙ һалыусы. 750 фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы. БР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2015).

Хеҙм.: Молекулярная этногенетика народов Волго-Уральского региона. Уфа, 1999; ДНК­-диагностика и профилактика наследственной патологии в Республике Башкортостан. Уфа, 2005 (авторҙ.); Этногеномика народов центральной Евразии: структура генофонда и молекулярно­генетические основы наследственной патологии. Уфа, 2014 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова