ХӨСНӨТДИНОВА Золя Әсләм ҡыҙы (24.7.1950, БАССР-ҙың Мишкә р-ны Урал а.), гигиенист. Мед. ф. д-ры (1998), проф. (1999). БР-ҙың мәғариф отличнигы (2005), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2005). БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1976) Өфө ҡала дезинфекция станцияһында эшләй, 1979 й. алып БДМУ-ла уҡыта. 1997 й. башлап Башҡорт мед. колледжының фән б-са дир. урынбаҫары, 1999 й. — БДПУ-ның һаулыҡ һаҡлау һәм йәшәйеш хәүефһеҙлеге каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге балалар һаулығы торошон өйрәнеүгә, инвалид балаларға дауалау-иҫкәртеү, мед.-соц. ярҙам ойоштороуға, аддитив тәртипте иҫкәртеүгә, сәләмәт йәшәү рәүеше проблемаларына арналған.300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Медико-социальные проблемы детей-инвалидов и их семей. Уфа, 1998 (авторҙ.); Инвалидность детского населения России. М., 2008 (авторҙ.); Педагогическая профилактика табакокурения среди девушек-учащихся в системе начального профессионального образования. Уфа. 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина