ХӨСНӨТДИНОВ Әхнәф Ғәлимйән улы [28.4.1925, БАССР-ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Учалы а. (БР-ҙың Учалы р-ны) — 12.7.2005, шунда уҡ], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. майынан Воронеж һәм 1-се Украина фронттарында 4-се танк армияһының 29-сы гвардия мотоуҡсылар бригадаһы 3-сө мотоуҡсылар батальонының артиллерия расчётында ҡороусы булып хеҙмәт итә. Дан орд. Х. 1944 й. авг. Львов ҡ. янындағы алышта, 1945 й. 25—26 ғин. Штейнау ҡ. (Германия) эргәһендә Одер й. аша сыҡҡанда һәм 25 апр. Берлин ҡ. тирәһен­дәге алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) ВКП(б)-ның Учалы район ком-тында эшләй, 1960 й. алып урта мәктәп (Учалы а.), 1976 й. башлап 22-се СПТУ (Учалы ҡ.) директоры. 1-се (1959), 2-се һәм 3-сө (икеһе лә — 1945 й. марты) дәрәжә Дан орд. м-н бүләкләнгән. Тыуған ауылында Х. исеме урта мәктәпкә бирелгән.

Ғ.Һ.Булатов Тәрж. М.Х.Хужин