ХӨСНӨТДИНОВ Рәмил Ғәли улы (11.9.1972, БАССР-ҙың Благовещен ҡ.), спортсы. Бокс б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1995). БДУ-ны тамамлаған (1995). “Ринг Башкортостана” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары С.Т. Аслаев, А.Н.Макаров). Рәсәй (1995) һәм Рәсәй Ҡораллы көстәре (1994) чемп., Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (1994), БДБ чемпионатының бронза призёры (1993), хәрби хеҙм-рҙәр араһында донъя чемп. (1994), Рәсәй боксының 100 йыллығына арналған халыҡ-ара турнир еңеүсеһе (Мәскәү, 1995). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1992—96).

Тәрж. М.Н.Моратшина