ЮҒАРЫ СУД, суд ­власының федераль органы. РФ Конституцияһына, федераль конституцион закондарға, башҡа ҡануниәт акттарына ярашлы эшләй. 1923 й. ғин. Башҡ. республикаһында РСФСР‑ҙың Юғары трибуналы бүлексәһе, Башҡ. халыҡ судьялары советы (1920—22), Башҡ. революцион трибуналы (1919—22) һәм Өфө губ. революцион трибуналы (1918—22) нигеҙендә БАССР‑ҙың Өлкә суды булараҡ ойошторола. 1923 й. майынан БАССР‑ҙың Баш суды, 1937 й. алып БАССР‑ҙың Ю.С., 1990 й. — БССР‑ҙың Ю.С., 1992 й. башлап БР‑ҙың Ю.С. Шулай уҡ 1957—70 йй. Ю.С. ябылған БАССР Юстиция министрлығы функциялары йөкмәтелә. 1993—2000 йй. БР Конституция­һына һәм БР‑ҙың 1993 й. 31 мартындағы “БР Юғары Суды тураһында” законына ярашлы БР суд власының иң юғары органы була.

Ю.С. Президиум, граждандар һәм енәйәт эштәре б‑са суд коллегиялары составында эшләй. Суд эштәрен башҡарғанда закондарҙы дөрөҫ һәм бер төрлө ҡулланыуҙы тәьмин итеү, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын, хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн булдырылған. Эштәрҙе беренсе һәм икенсе инстанциялар суды сифатында, күҙәтеү тәртибендә һәм яңынан асыҡланған хәлдәр б‑са ҡарай. БР Ю.С. республикала булған район һәм ҡала судтарына ҡарата юғары инстанция булып тора. БР Ю.С. ҡарарҙарына РФ Ю.С. ялыу бирергә йәки протест белдерергә мөмкин. БР Ю.С. рәйесе һәм уның урынбаҫарҙары Юғары квалификациялы суд коллегияһының ыңғай һығымтаһы булған осраҡта РФ Ю.С. рәйесе тәҡдиме б‑са РФ Президенты тарафынан 6 йылға тәғәйенләнә. Рәйестәре: Ғ.Ҡ.Ҡасимов (1923 й. алып), Х.С.Кәлмәтов­ (1924 й. алып), Ғ.Д.Ейәнсурин­ (1929 й. алып), И.Й.Арыҫланов (1932 й. алып), Ф.Ш. Ҡотлояров (1936 й. алып), Ф.Л.Токарев (1937 й. алып), Г.А.Ханнанов (1943 й. алып), Ғ.Ә.Әхиәров (1948 й. алып), А.С.Сайпушев (1950 й. алып), П.И.Ведров (1953 й. алып), С.Й.Хәбиров (1956 й. алып), З.И.Изгин (1957 й. алып), Ш.Ҡ.Вәхитов (1962 й. алып), Б.Ғ.Теләкбирҙин (1988 й. алып), М.Ғ.Вәкилев (1998 й. алып), М.И.Тарасенко (2007 й. алып).

Әҙәб.: Органы государственной власти и управления Республики Башкортостан (1917— 1970 гг.). Уфа, 2001.

Тәрж. ­Ф.Ә.Ҡылысбаев