ХӨСНИЙӘРОВ Сәлих Дәүләт улы (27.8.1915, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Теләкәй а., хәҙ. ТР-ҙың Аҡтаныш р-ны Иҫке Теләкәй а., — 30.7.1992, Өфө), йырсы (лирик тенор), муз.-йәмәғәт эшмәкәре. БАССР-ҙың атҡ. артисы (1959), РСФСР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (1976). Ҡазан музыка уч-ще­һында уҡыған (1933—36). Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡорт студияһын тамамлағандан һуң (1941; Н.И.Сперанский һәм М.В. Владимирова класы) БДОБТ солисы, бер үк ваҡытта 1960—64 йй. дир.; 1967—77 йй. Башҡорт филармонияһы директоры. Йомшаҡ тембрлы тауышҡа эйә булған. Башҡарыу сәнғәте тәьҫирлелек м-н айырылып торған, юғары ноталарға еңел күсә алған. Төп партиялары: Ленский (“Евгений Онегин”, П.И.Чайковский; дебют, 1941), Владимир Игоревич (“Кенәз Игорь” — “Князь Игорь”, А.П.Бородин), Альфред (“Травиата”, Дж.Верди), Лыков (“Батша кәләше” — “Царская невеста”, Н.А.Римский-Корсаков), Йәш сиған (“Алеко”, С.В.Рахманинов) һ.б. Йомағол (“Ашҡаҙар”, А.А.Эйхенвальд, 1944), Басир (“Ҡоҙаса”, З.Ғ.Исмәғилев, 1959), Аҡмырҙа (“Шәүрә”) партияларын, Исмәғилев һәм Х.Ф.Әхмәтовтың ҡайһы бер әҫәрҙәрен тәүге башҡарыусы. Шулай уҡ Х. репертуарында М.М.Вәлиев, Х.Ш.Заимов, Р.Ә.Мортазин һ.б. вокаль әҫәрҙәре; урыҫ һәм сит ил композиторҙары ариялары һәм романстары, башҡорт халыҡ йырҙары бар. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаш­ҡан (1955). СССР буйлап һәм сит илдәрҙә (Бирма, Монголия, Непал, Финляндия, Һиндостан) гастролдәрҙә булған. “Почёт Билдәһе” орд. м-н бүләкләнгән (1955). Иҫке Теләкәй урта мәктәбендә Х. музейы эшләй.

Әҫәрҙ.: Иҫтә, һаман да иҫтә...: иҫтәлектәр. Өфө, 1996.

Э.М.Давыдова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова