ХОХРЯКОВ Виктор Иванович (13.7. 1913, Өфө — 20.9.1986, Мәскәү), актёр.СССР-ҙың(1973)һәм РСФСР-ҙың (1965) халыҡ, РСФСР-ҙың атҡ. (1953) артисы. Ленинград театр техникумын тамамлағандан һуң (1933; Н.В.Петров курсы) А.С.Пушкин ис. Харьков урыҫ драма театры, 1940 й. алып Үҙәк транспорт театры, 1953 й. — СССР-ҙың Бәләкәй театры (икеһе лә — Мәскәү) актёры.

Х. сәнғәте күбеһенсә киҫкен соц. йүнәлеш м-н айырылып торған. Ышандырырлыҡ образдар ижад иткәндә персонажға хас һыҙаттарҙы сағыуыраҡ башҡарған, ш. уҡ ваҡытта сәхнәлә уйнағанда мөләйемлелеген, эскерһеҙлеген һаҡлап ҡалған: Потапов (“Мәскәү характеры” — “Московский характер”, А.В.Софронов), Рыбаков (“Иван Рыбаков”, В.М.Гусев), Вершинин (“Бронепоезд 14—69”, Вс.В.Иванов) һ.б. Иван Глоба (“Урыҫ кешеләре” — “Русские люди”, К.М.Симонов), “Йәш гвардия” (“Молодая гвардия”; М.Горький ис. к/ст, 1948) к/ф Проценко образдарында батырлыҡ, ҡаҡшамаҫ ихтыяр темаһын кәүҙәләндергән. Актёрҙың сағыу комедия ролдәре ижади диапазонды киңәйтеүгә, билдәле амплуа сиктәренән сығыуға ынтылыш м-н билдәләнгән: Бартоло (“Севилья цирюльнигы” — “Севильский цирюльник”, Бомарше), Ҡапҡа ҡарауылсыһы (“Макбет”, У.Шекспир), Расплюев (“Кречинскийҙың туйы” — “Свадьба Кречинского”, А.В.Сухово-Кобылин). Урыҫ психологик театры традицияларында урыҫ классик драматургияһы әҫәрҙәре б-са бик күп образдар ижад иткән: Земляника (“Тикшереүсе” — “Реви­зор”, Н.В.Гоголь), Фамусов (“Аҡыллылыҡ бәләһе” — “Горе от ума”, А.С.Грибоедов), Потап Каркунов (“Йөрәк таш түгел” — “Сердце не камень”), Ахов (“Ҡапҡан һайын ҡалъя эләкмәй” — “Не всё коту масленица”), Беркутов (“Бүреләр һәм һарыҡтар” — “Волки и овцы”), улар араһында тыштан тәкәббер, эстән ҡыҙыусан Карандышев (“Бирнәһеҙ ҡыҙ”—“Бесприданница”;бөтәһе лә — А.Н.Островский) образы айырылып торған. 40-тан ашыу фильмда төшкән: Петров (“Йәшәү хаҡына” — “Во имя жизни”, 1947), Милягин (“Бөйөк көс” — “Великая сила”, 1950; икеһе лә — “Ленфильм” к/ст), Дегтяренко (“Ысын кеше тураһында повесть” — “Повесть о настоящем человеке”, “Мосфильм” к/ст, 1948), Бальзак (“Оноре де Бальзактың хатаһы” — “Ошибка Оноре де Бальзака”, А.Довженко ис. нәфис фильмдар к/ст, 1968) һ.б. Бәләкәй театр сәхнәһендә Х.Вуолийокиҙың “Таш оя” (“Каменное гнездо”; М.Н.Гладков м-н берлектә), Островскийҙың “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” (“Без вины виноватые”; А.С.Бурдонский м-н берлектә), Ф.Шамберктың “Ун беренсе йондоҙ” (“Одиннадцатая звезда”) һ.б. спектаклдәр ҡуйған. Байтаҡ радио-һәм телеспектаклдәрҙә ролдәр башҡарған. Сталин пр. лауреаты (1949, 1951).

Хеҙм.: Приметы нового //Герои современности на сцене. М., 1953; Слово к драматургам