ЮҒАРЫ СОВЕТ, БР‑ҙа 1938—95 йй. дәүләт власының юғары органы. СССР һәм РСФСР ҡануниәтенә, 1937 й. һәм 1978 й. БАССР Конституцияһына ярашлы эшләгән, БАССР ҡарамағындағы бөтә мәсьәләләрҙе хәл итергә хоҡуҡлы булған. Башҡортостан­ үҙәк­ башҡарма­комитетының­ хоҡуҡ вариҫы. ЮС‑ҡа тәүге һайлауҙар 1938 й. 26 июнендә үтә. ЮС бер палаталы була, Президиумдан (сессиялар араһында ЮС вәкәләттәрен башҡарған) һәм комиссияларҙан тора. ЮС сессиялары йылына 2 тапҡыр, сираттан тыш сессиялар Президиум инициативаһы йәки ЮС рәйесе (1990 й. алып), йәки ЮС составының өстән бер өлөшөнөң тәҡдиме б‑са саҡырылған. Президиум ЮС‑ҡа буйһонған орган булған, ул ЮС эшен ойош­торған һәм БАССР Конституцияһында һәм закондарында ҡаралған башҡа вәкәләттәрҙе башҡарған. ЮС Президиумы составына Президиум Рәйесе, ЮС Рәйесе, Рәйес урынбаҫары, респ. Халыҡ контроле ком‑ты һәм ЮС‑тың даими комиссиялары рәйестәре һ.б. ингән. 1990 й. башлап ЮС Президиумына ЮС Рәйесе етәкселек иткән. ЮС 5 йылға (1978 й. тиклем — 4 йылға) һайланған. 1989 й. БАССР Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереүгә ярашлы ЮС БАССР‑ҙың даими эшләгән закондар сығарыусы, башҡарыусы һәм күҙәтеүсе дәүләт органы статусын ала. Конституция ҡабул итеү; СССР‑ҙың һәм РСФСР‑ҙың эске һәм тышҡы сәйәсәтенең төп йүнәлештәренә ярашлы тышҡы сәйәси һәм эске сәйәси эшмәкәрлекте билдәләү; милли дәүләт ҡоролошо б‑са мәсьәләләрҙе хәл итеү; дәүләт власының респ., урындағы органдарын ойоштороу һәм эшмәкәрлек тәртибен урынлаштырыу, респ. административ‑территориаль­ ҡоролош ­мәсьәләләрен хәл итеү; респ. ижт. ойошмаларының барлыҡҡа килеү һәм эшмәкәрлегенең дөйөм хоҡуҡи башланғыстарын билдәләү; дәүләт пландарын һәм мөһим респ. иҡт. һәм соц. үҫеш программаларын, дәүләт бюджетын ­раҫлау; ЮС Рәйесен һәм уның урынбаҫарҙарын һайлау; Министрҙар Советы ­Рәйесен тәғәйенләү һәм уның составын формалаштырыу; конституцион күҙәтеү һәм халыҡ контроле ком‑ттарын, Юғары­Судты, халыҡ судьяларын һайлау; Баш дәүләт арбитрын һәм Дәүләт арбитражының дәүләт арбитрҙарын тәғәйенләү; халыҡ депутаттарының урындағы Советтары эшмәкәрлегенә йүнәлеш биреү; респ. референдумын­ үткәреү т‑да ҡарар ҡабул итеү; РСФСР Халыҡ депутаттары съезында һәм РСФСР ЮС‑ында закондар сығарыу инициативаһы м‑н сығыш яһау; халыҡ депутаттары һайлауҙарын тәғәйенләү; Үҙәк һайлау комиссияһы составын раҫлау; респ. бөтә терр‑яһында берҙәм ҡануниәт б‑са көйләүҙәрҙе тәьмин итеү; респ. ҡануниәте компетенцияһы сиктәрендә ижт. мөнәсәбәттәрҙе тормошҡа ашырыу; граждандарҙың конституцион хоҡуҡтары, ирке һәм бурыстары м‑н бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү; милли мәҙәниәтте һәм телде үҫтереү, мәҙәни­ мираҫ­объектта­рын ­һаҡлау; респ. закондарына аң­латма биреү; дәүләт­ наградалары,­ маҡтаулы­ исемдәр­ булдырыу; респ. закондарына һәм мәнфәғәттәренә ҡаршы килгән осраҡта дәүләт власы органдары акттарын респ. терр‑яһына үткәрмәү һәм туҡтатыу һ.б. ЮС вәкәләттәренә ингән. ЮС кәрәк булғанда тәфтиш, ревизия һ.б. комиссиялар төҙөгән. 1993 й. 2 дек. “Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын ғәмәлгә индереү тураһында” БР Законына ярашлы ЮС үҙенең функцияһын 1995 й. Башҡортостан­ Республикаһы­ Дәүләт­ Йыйы­лышы—Ҡоролтайҙы­һайлағанға тиклем үтәй.­ЮС Президиумы Рәйестәре: Р.К. Ибра­һи­мов ­(1938 й. алып), Ғ.В. Ниғмәт­йәнов­ (1947 й. алып), Ф.З. Зәғәфү­рәнов ­(1951 й. алып), Ф.В.Солтанов­ (1967 й. алып), М.Ғ.Рәхимов ­(1990 й. алып), Ю.С.Дёмин ­(1994 й. алып); ЮС Рәйестәре: А.Т.Заликин­ (1938), В.Ғ.Нәбиуллин­ (1939 й. алып), И.‑Ғ.Ғ. Ҡадиров­ (1947 й. алып), З.Н. Нуриев­ (1955 й. алып), Ҡ.Р.Тимерғәзин­ (1959 й. алып), З.Ғ.Исмәғилев ­(1963 й. алып), В.К.Ғирфанов ­(1975 й. алып), Ә.М. Мирзаһитов (1980 й. алып), Рәхимов (1990 й. алып), Дёмин (1994 й. алып).

Әҙәб.:­ Парламентаризм в Башкортостане: история и современность: в 2 кн. Уфа, 2005.

Тәрж.­Ф.Ә.Ҡылысбаев