ХОРЕОГРАФИЯ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, хореография өлкәһендә белгестәр әҙерләү системаһы, хореографик эшмәкәрлек өсөн кәрәкле белем, оҫталыҡ һәм тәжрибә үҙләштереү процесы. Дөйөм (һәүәҫкәр эшмәкәрлек өсөн) һәм махсус (балетмейстерҙар, башҡарыусылар, педагогтар әҙерләү); урта һәм юғары Х.б.б. айырыла.

Башҡортостанда дөйөм Х.б.б. 20 б. 20—30-сы йй. Өфө уҡытыусы йортонда (ҡара: Мәғариф хеҙмәткәрҙәре йорто), Пионерҙар йортонда (ҡара: Комаров В.М. исемендәге балалар ижады һарайы, Е.К.Войтович) һ.б. бейеү түңәрәктәре һәм коллективтары ойошторолғандан һуң үҫеш ала. Махсус Х. б.б. 30-сы йй. Башҡорт сәнғәт техникумында (ҡара: Сәнғәт училищеһы; 1941 й. тиклем эшләй, 1966—74 йй. педагогтары Ф.Ә.Ғәскәров, К.В.Матсон, Х.Ф. Мостаев, А.С.Биксурин, В.Х.Ғәлимова, Э.Б.Прохорова) һәм Стәрлетамаҡ сәйәси-ағартыу техникумында (ҡара: Мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы) хореография бүлектәре асылғандан һуң формалаша. 1934 й. алып башҡорт балеты өсөн артистар Ленинград хореография уч-щеһының милли бүлегендә әҙерләнә, унда республиканан һәләтле балалар уҡый (тәүге сығарылыш 1941 й. була). 50— 70-се йй. Опера һәм балет театрында балет студияһы эшләй (педагогтары З.Н.Бәхтейәрова, В.Х.Пяри, Ф.Н.Әхмәтшин, М.С.Ямаева, Х.Ғ. Сафиуллин, Ф.М.Саттаров, М.А. Таһирова). 1986 й. Өфө хореография уч-щеһы (ҡара: Нуриев Р. исемендәге хореография колледжы) асылыу Х.б.б. үҫешендә мөһим роль уйнай. Шулай уҡ хореография өлкәһендә белгестәр 2004 й. башлап Көнсығыш иҡт.-юридик гуманитар акад., 2007 й. — Педагогия университетының хореография бүлегендә әҙерләнә, 2008 й. Сәнғәт институтының театр ф-тында “балет педагогикаһы” һөнәре б-са хореография сәнғәте секцияһы асыла.

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова