ЮҒАРЫ МОЛЕКУЛЯР БЕРЛӘШМӘЛӘР ХИМИЯҺЫ, полимерҙар­ҙыңсинтезын, төҙөлөшөн, үҙсәнлектәрен һәм ҡулланылышын өйрәнгән химия бүлеге. Аналитик­ химия, коллоидтар­ химияһы, материалдарҙы өйрәнеү ғилеме, органик­булмаған­ химия, органик­ химия, полимерҙар физикаһы, физик­химия, химик­ технология, нефть ­химияһы ­һ.б. м‑н тығыҙ бәйле. Оптималь сеймал, полимерҙар етештереүҙең ҡалдыҡһыҙ­ технологияһын, синтездың, полимер­ҙар эшкәртеүҙең ­һ.б. аналитик контроль ысулдарын эҙләүҙе үҙ эсенә ала. Шулай уҡ Ю.м.б.х. өйрәнеү объекттарына полимерҙарға­ химикат‑өҫ­тәмәләр инә.

Башҡортостанда Ю.м.б.х. формалашыуы химия, нефть эшкәртеү, нефтехимия сәнәғәттәре үҫеше м‑н бәйле. 20 б. 60‑сы йй. аҙ. Н.С.Ениколопов, Н.Н.Семёнов, Н.М.Эмануэль­һ.б. ғалимдар булышлығында юғары молекуляр берләшмәләрҙе тикшереү Химия ин‑тында (ҡара: Органик­химия­институты) төп ғилми йүнәлештәрҙең береһенә әйләнә. Химия ин‑тында (С.Р.Рафиҡов етәкс.) стереорегуляр полимерҙар (Ю.Б. Монаков), радикаллы полимерлашыу (Г.В.Леплянин), композицион материалдар (Ю.А.Сангалов), поликонденсация (С.Н.Салазкин) лаб. булған юғары молекуляр берләшмәләр бүлеге (Г.П.Гладышев етәкс.); БДУ‑ла — юғары берләшмәләр һәм коллоидтар химияһы каф., полимерҙарҙы тарҡатыу һәм стабилләштереү проблемалары лаб. (К.С.Минскер); ӨАИ‑ла композицион материалдарҙың ныҡлығы лаб. (Ю.С.Первушин) ойошторола. Шулай уҡ Ю.м.б.х. б‑са тикшеренеүҙәр “Реактив” дәүләт инженерлыҡ үҙәгендә (ҡара: Аҙ­күләмле­ химия ­продукттары­ һәм­ реактивтары­ институты), “БашНИПИ­стром”да; Нефтехимия­ һәм ­ка­тализ­ институтында, Аграр­ университетта, Иҡтисад ­һәм­ сервис­ университетында үткәрелә. Мономерҙар­—­олефиндар, гетероатомлы алифатик һәм ароматик­ бер­ләш­мәләр синтезы (Н.Н.Новицкая, В.Н. Одиноков, Г.А.Толстиков, В.Ш. Шәйхразиева, В.П.Юрьев); полиимидтарҙың полиалкиленсульфидтарын, полиуретандарҙы һ.б. (В.И.Ионов, Р.С.Әлиев), полидиендарҙы (В.Г. Козлов, Р.Х.Ҡудашев, И.Р. Муллағәлиев, Н.Н.Сигаева), полиолефиндарҙы (Р.Й.Биғлова, В.П.Захаров, С.Р.Иванова, К.В.Прокофьев, Ю.А. Прочухан), поливинил (М.И. Абдул­лин, Э.М.Батталов, С.В.Колесов, Е.И.Кулиш, Ю.И.Пузин, Р.М. Әхмәтханов) һәм гетеросылбырлы (М.Г. Золотухин, В.А.Крайкин) юғары­температураға­сыҙамлы­ полимер­ҙар­ҙы, органик­ булмаған­ полимерҙарҙы өйрәнеү (Леплянин, Сангалов, А.Н. Чувыров, Ө.Ш.Шәйәхмәтов); каталитик полимерлашыуҙы тикшергәндә квант­ химияһы­ ысулдарын ҡулланыу б‑са эштәр алып барыла (В.В. Бабкин, О.А.Пономарёв, З.М.Сабиров, С.Л.Хурсан, В.М.Янбарисов). Алюминорганик ­берләшмәләр, Льюис к‑таһы һ.б. ҡаты йөрөткөстәрендә иммобилизацияланған ерҙә­һирәк­элементтар нигеҙендә каталитик системалар полимерҙарын синтезлау өсөн булдырыла; органик­ быяла, һаҡлағыс­ҡаплауҙар эшләү технологиялары уйлап сығарыла; тиҙ полимерлашыу процесының “факел” принцибы билдәләнә, донъяла тәүге тапҡыр бәләкәй габаритлы тиҙ эшләгән торба һымаҡ реакторҙар уйлап табыла. Полимерҙарҙы­тарҡатыу (ҡара: Полимерҙарҙың­иҫкереүе) һәм­стабилләштереү теорияһы булдырыла. Сорбенттар (ҡара: Сорбция), электротехника элементтары, арматуралар һ.б. сифатында перспективалы булған азотлы полифункциональ, термо‑, хемототороҡло полимерҙар (полиариленфталидтар, поликетондар, полисульфондар һ.б.) алыу ысулдары тәҡдим ителә. Тикшеренеү һөҙөмтәләре полиэтилен, поливинилхлорид, полистирол, синтетик­каучук­тар, полипропилен, полиизобути­лен, эпоксид­ ыҫмалалары, полимер­ плёнкалар, синтетик гуттаперча, пен­та­полимер­елемдәр һ.б. производстволарға пласт, индерелә. Петрянов бактериаль фильтрҙары, Пластобит коррозияға ҡаршы ҡаплау, Липофикс, Сульфакрилат композициялары һ.б. эшләнә. Полимер производстволары ҡалдыҡтары системалаштырыла һәм уларҙы утилләштереү ысулдары билдәләнә (ҡара: Икенсел­ полимер­ сеймал). Полимерҙарҙы медицинала, химик ­экологияла ҡулланыу, яңы сеймал ресурстарын (үҙағас, көкөрт, ыҫмала һ.б.) үҙләштереү, халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтары өсөн эре тоннажлы һәм махсус полимерҙар производствоһын киңәйтеү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Волгоград, Грозный, Екатеринбург, Иваново, Мәскәү, С.‑Петербург, Түб. Новгород һ.б. ҡалаларҙың, яҡын (Ҡаҙағстан, Украина, Үзбәкстан, Әзербайжан һ.б.) һәм алыҫ (Бөйөк Британия, Германия, Италия һ.б.) сит илдәрҙең ғилми‑тикшеренеү ойошмалары һәм пр‑тиелары м‑н хеҙмәттәшлек булдырыла. 100‑ҙән ашыу фән д‑ры һәм канд., БДУ‑ла — Ю.м.б.х. өлкәһендә 400‑ҙән ашыу белгес әҙерләнә (2000). Эштәр БР ФА‑ның Химия‑технология фәндәре бүлеге, РФА‑ның Химия һәм материалдар т‑да фәндәр бүлеге тарафынан координациялана.

Әҙәб.: Р а ф и к о в С.Р., Б у д т о в В.П., М о н а к о в Ю.Б. Введение в физико‑химию растворов полимеров. М., 1978; М и н с к е р К.С., С а н г а л о в Ю.А. Изобутилен и его полимеры. М., 1986; М о н а к о в Ю.Б., Т о л с т и к о в Г.А. Каталитическая полимеризация 1,3‑диенов. М., 1990.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов