ХОР МУЗЫКАҺЫ, хор м-н башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән музыка (ҡара: Вокаль музыка, Хорҙар). Х.м. башҡарыусы состав (a cappella, башлап йырлаусы м-н, музыка ҡоралына ҡушылып йырлау), тарихи формалашҡан күп тауышлылыҡ (полифония, гетерофония, гомофония) һ.б. б-са айырыла. Х.м. әҫәрҙәре үҙ аллы булырға йәки күләмлерәк әҫәрҙәргә (опера, кантата, оратория, симфония, балет һ.б.) өлөш булараҡ инергә мөмкин. Вокаль йәки инструменталь жанр әҫәрҙәренең хор өсөн эшкәртмәләре, аранжировкалары, транскрипциялары киң таралыу ала.

Башҡортостанда Х.м. тәүге һәүәҫкәр хор коллективтары барлыҡҡа килгән осорҙа үҫешә башлай (ҡара: Үҙешмәкәр хорҙар), уларҙың репертуарында таҡмаҡ тибындағы халыҡ көйҙәренең бер-ике тауышлы ябай эшкәртмәләре (“Золотой”, “Косилка, молотилка”, “Наза”), революцион һәм ҡыҙылармеец йырҙары өҫтөнлөк итә; ш. уҡ 1-се Башҡорт дәүләт драма театры (ҡара: Башҡорт драма театры), “Нур”, “Сәйяр” труппалары һ.б. эшмәкәрлегенә бәйле үҫешә. Халыҡ йырҙарын күмәкләп йырлау формаларын үҙ эсенә алған пьесалар ҡуйыла: “Башмағым”, “Еҙнәкәй”, “Зөлхәбирә” (бөтәһе лә — Х.К.Ибраһимов), “Башҡорт туйы”, “Ҡарлуғас” (Б.Бикбай), “Тальян гармун” (Ғ.Ғ.Әхмәтшин), “Һаҡмар” (С.М.Мифтахов).

Халыҡ музыкаһыныңтәүге хор эшкәртмәләренә (комп. В.А.Белый, М.М.Вәлиев, С.Х.Ғәбәши, А.С.Ключарёв, К.Й.Рәхимов, А.Г.Тихомиров, А.А.Эйхенвальд һ.б.) партитураны артабан ҡатмарлаштырыу, күп тембрлы, күп тауышлы хор формалаштырыу хас. 40-сы йй. алып “Аҡһаҡ ҡола” (Х.Ф.Әхмәтов эшкәртә), “Кутузов” (З.Ғ.Исмәғилев), “Ағын һыу” (Р.Ә.Мортазин) башҡорт халыҡ йырҙарының эшкәртмәләрендә милли стиль билдәләрен асыҡлау һәм дөйөмләштереү тенденциялары күҙәтелә, композицион алымдар һайлана һәм киңәйтелә, образлы-хисле йөкмәтке тәрәнәйтелә һәм байытыла. Р.Л.Ғәбитовтың халыҡ һүҙҙәренә хор (a cappella) өсөн “Уралды маҡтау” поэмаһы Х.м. сағыу өлгөһө була. Композиторҙар күләмле формаларҙы үҙләштерә: Әхмәтовтың Х.Кәрим шиғырына “Ҡотлау йыры”, Х.Ш. Заимовтың Б.Бикбай шиғырына “Башҡортостан” һ.б. кантаталар.

50—60-сы йй. хор коллективтарының репертуарында киң таралған хор йырҙары, хеҙмәт һәм хәрби еңеүҙәргә, партияға, комсомолға, тыныслыҡ һәм дуҫлыҡҡа арналған марш-гимндар ҙур урын биләй: Исмәғилевтең Н.Иҙелбай шиғырына “Ел, ерәнем!”, Мортазиндың М.Сөндөклө шиғырына “Ватанға дан”, Әхмәтовтың Ғ.Әмири шиғырына “Йәшәһен тыныслыҡ!”, Н.Ғ.Сабитовтың Ғ.Й.Рамаҙанов шиғырына “Дуҫлыҡҡа дан” һ.б. әҫәрҙәр. Х.м. Ш.Ш.Ибраһимов ижады мөһим күренеш була. Уның Ҡ.Даян шиғырына “Дилә”,Я.Ҡолмой шиғырҙарына “Ямғыр” һәм “Уралым”, Ш.Бикҡол шиғырына “Хәтирә” хор әҫәрҙәре классик стиль һәм башҡорт халыҡ музыкаһы традициялары бәйләнеше м-н айырылып тора.

70-се йй. башынан Х.м. әҫәрҙәрен ижад итеү Хор капеллаһының эшмәкәрлегенә бәйле була. Аккомпанементһыҙ (a cappella) хор өсөн музыка: Әхмәтовтың Х.Туфан шиғырына “Ағыла ла болот, ағыла”, Х.Ғиләжев шиғырына “Таныш тулҡындар”, И.Х.Йомағолов шиғырына “Торналар” (икеһе лә — Т.Ш.Кәримов), Р.М.Хәсәновтың үҙ шиғырына “Башҡорт иле” (“Край башкирский”); хор циклдары: Әхмәтовтың башҡорт шағирҙары шиғырҙарына “Ауыл йәштәре”, Исмәғилевтең Р.С.Назаров шиғырына “Әсә һүҙҙәре”, Р.Шәкүр шиғырына “Уралымдың ағым һыуҙары”; хор поэмалары: А.Х.Ғабдрахмановтың Р.Ә.Сафин шиғырына “Мәңгелек яралар”, А.Т.Кәримовтың М.Кәрим шиғырына “Карусель” (Е.М.Николаевская тәржемәһе), А.М.Ҡобағошовтың Назаров шиғырына “Тауҙар тураһында уйланыу” әҫәрҙәре; вокаль-оркестр музыкаһының күләмле жанрҙары үҫеш ала: Исмәғилевтең М.Кәрим шиғырына “Россиянмын”, Ш.З.Ҡолбарисовтың Ш.Бикҡол шиғырына “Халыҡҡа дан!” кантаталары, Исмәғилевтең А.Игебаев шиғырына “Беҙ — еңеүселәр”, Р.Х.Ғәзизовтың М.Кәрим шиғырына “Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа” (“В дороге — ноги... В песне — думы”; Николаевская тәржемәһе), Д.Д.Хәсәншиндең халыҡ һүҙҙәренә “Халыҡ тормошо күренештәре” ораториялары.

80—90-сы йй. Х.м. кантата-оратория жанры әҫәрҙәре, хор өсөн a cappella һәм аккомпанементлы әҫәрҙәр, ш. уҡ башҡорт һәм татар халыҡ йырҙарының эшкәртмәләре м-н байытыу дауам ителә. Хормейстер һәм комп. Б.И.Шестаковтың әҫәрҙәре һәм эшкәртмәләренә нескә лиризм, көйҙәрҙең ябай һәм үҙенсәлекле булыуы хас; лирик-психологик һәм фәлс. йөкмәткене тәрәнәйтеүгә ынтылыш, материалды аңлатып биреү оригиналлеге м-н С.Ә.Низаметдиновтыңхор ижады айырылып тора. Уның “Ай тотолған төндә”, “Memento”, “Нәҡи” (“Наки”) опералары Х.м. м-н һуғарылған. БР-ҙағы хор коллективтарының концерт репертуарына Урта быуаттың билдәһеҙ шағирҙары шиғырҙарына “Ваганттарҙың биттәренән” (“Странички из вагантов”), Р.Й.Ғарипов шиғырына “Уйланыуҙар” (“Пять размышлений”; Я.И.Серпин тәржемәһе) циклдары, Т.Ҡарамыш шиғырына “Үҙ бәхетемде сигәм” (“Вышиваю своё счастье”; Р.В.Паль тәржемәһе) хор әҫәре һ.б. инә.

Х.м. өлкәһендә Н.Ә.Дауытов әүҙем эшләй. Уның ижадында В.Х. Илембәтов шиғырына “Еремә тыныслыҡ”, “Аҡмулланың һүҙе шул” кантаталары, Салауат Юлаев һәм халыҡ шиғырҙарына “Мин киткәнгә илап ҡайғырмағыҙ” хор симфонияһы һ.б. төп урынды биләй. Х.м. С.Р.Сәлмәнов иғтибар үҙәгендә тота, уның хор циклдары тәбиғәт образдарын, кеше тойғоларын һүрәтләүҙә нескә лиризм, хәҙ. композиция техникаларын оҫта ҡуллана белеү һәләте м-н айырылып тора.Балалар өсөн Х.м. Р.Ғ.Ҡасимов, Р.Н.Сабитов, А.Р.Сәлмәнова, С.Г.Шаһиәхмәтова ижадында осрай (ҡара: Балалар музыкаһы).

Әҙәб.: Ф о м е н к о в М.П. Башкирская народная песня. Уфа, 1976; ш у л у ҡ. Очерки истории развития хорового искусства Башкортостана. Уфа, 2001.

Э.Х.Ғәйфуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова