ЮҒАРЫ БЕЛЕМ, вузда тулы урта­белем нигеҙендә алынған проф. белемдең юғары кимәле. Ю.б. бурыстары: шәхестең, соц. берлектең интеллектуаль, рухи һәм әхлаҡи үҫеш­тәге ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү; йәмғиәттең соц. структураһын яңыртыу һәм үҙгәртеү, фәнни тикшеренеүҙәр һәм уҡытыу ярҙамында фәндәрҙе һәм сәнғәттәрҙе үҫтереү; уҡытыусыларҙы һәм белгестәрҙе әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү. РФ‑та йомғаҡлау аттестацияһын уңышлы үткән кешеләргә квалификация (дәрәжә) биреү м‑н Ю.б. түбәндәге баҫҡыстары билдәләнә: “бакалавр” (уҡыу ваҡыты — 4 йылдан да кәм түгел), “белгес” (5 йылдан да кәм түгел) йәки “магистр” (6 йылдан да кәм түгел). Ю.б. юғары­уҡыу­йорттарында көндөҙгө, көндөҙгө‑ситтән тороп (киске), ситтән тороп уҡыу формалары һәм экстернат формаһы б‑са алырға мөмкин. Урта­профессиональ­белеме булған кешеләргә яраҡлы профилдәге Ю.б. ҡыҫҡартылған программалар б‑са алыу мөмкинлеге бар. Башҡортостанда Ю.б. барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше революциянан­ (1917) һуң республикала үткән сәйәси һәм соц.‑иҡт. үҙгәрештәргә бәйле. Крайҙа революцияға тиклемге осорҙа Ю.б. кешеләр һаны аҙ була. 1897 й. халыҡ­ иҫәбен­алыуға ярашлы фән, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә 6 баш­ҡорт, 169 урыҫ, 5 татар; санитар‑табип эшмәкәрлегендә — 66 башҡорт, 1,3 мең урыҫ, 74 татар; уҡытыу‑тәрбиә эштәре өлкәһендә 291 башҡорт, 2,2 мең урыҫ, 186 татар эшләй. Рәсәй вуздарында башлыса юғары ҡат­лам вәкилдәре белем ала; 1913 й. уларҙа 12 башҡорт уҡый. РСФСР ХКС‑ының “РСФСР юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү ҡағиҙәләре тураһында” декреты (1918 й. авг.) сығыу м‑н 16 йәше тулған уҡырға инергә теләүселәрҙең бөтәһе лә алына башлай; эшселәр һәм крәҫтиәндәр өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә була, мәктәпте тамамлау т‑да документ күрһәтеү талап ителмәй һәм уҡыу өсөн түләү бөтөрөлә. Уҡырға инеүгә әҙерләү өсөн эшселәр­факультеттары һәм эшселәр ун‑ттары асыла. Уҡыусылар партия һәм комсомол ойошмаларының тәҡдиме б‑са уҡырға ебәрелә. 1920 йй. аҙ. башлап сәнәғәт һәм а.х. производстволары белгестәренә ихтыяж ҙур булғанға республикала кадрҙарҙы күпләп әҙерләү башлана. Ю.б. күбеһенсә проф. әҙерлекте тәьмин итә, тар тармаҡ йүнәлеше м‑н айырылып тора. 1937 й. ҡарата респ. вуздары тарафынан 1,2 меңдән ашыу белгес әҙерләнә, 1939 й. Ю.б. булған 7,4 меңдән ашыу кеше, ш. иҫ. 733 башҡорт, иҫәпләнә. Бөйөк­Ватан­һуғышы йылдарында илдең фронт алды райондарында йәшәгән халҡын эвакуациялауға бәйле респ. вуздарындағы студенттар һаны 2,6 меңдән алып 3,8 меңгә тиклем арта. Артабанғы йылдар вуздарҙағы студенттар һанының кәмеү һәм артыу осорҙары м‑н билдәләнә; мәҫ., 1966 й. 30,6 мең кеше, 1981 й. — 54,7 мең, 1991 й.— 53,2 мең, 2005 й. — 156 мең (ш. иҫ. дәүләт вуздарында — 134,8 мең), 2011 й. 169 мең (ш. иҫ. дәүләт вуздарында — 148 мең) кеше уҡый. 1995—2005 йй. эсендә хәҙ. хеҙмәт баҙары шарттарында иҡтисад һәм идара итеү, юриспруденция, финанстар, коммерция, яңы технологиялар, энергомашиналар эшләү, а.х. производствоһы продукттарын эшкәртеү технологияһы, медицина, педагогика һәм психология, социология, көнкүреш һәм хеҙмәттәр күрһәтеү, сәнғәт һәм мәҙәниәт өлкәләрендә 50‑нән ашыу яңы һөнәр һәм махсуслашыу индерелә. Дөйөм Рәсәй тенденцияларына ярашлы белгестәр әҙерләү структураһында гуманитар профилдәге белгестәр өлөшө арта. Уҡыуҙы тамамлаусыларҙың 37,7%‑ы мәғариф өлкәһенә, 34,8%‑ы — производство, төҙөлөш һәм сервис, 13,7%‑ы иҡтисад һәм хоҡуҡ өлкәһенә тура килә (ҡара: табл.). Ауыл йәштәренә проф. белем алыу мөмкинлеген тәьмин итеү, төбәктәрҙең соц.‑иҡт. проблемаларын хәл итеүгә кадрҙар әҙерләү, вуздарҙы тамамлаусыларҙың урынлашыуын тәьмин итеү өсөн БР‑ҙа белгестәрҙе маҡсатлы әҙерләү үҫеш ала. Маҡсатлы әҙерләү сиктә­рендә вуздарҙа көндөҙгө форма б‑са 2001 й. 5,9 мең кеше, 2003 й. — 9,6 мең, 2005 й. — 11,4 мең, 2010 й. 9,1 мең кеше уҡый.

СССР‑ҙа һәм совет Башҡортостанында Ю.б. барлыҡҡа килеү тарихына Ш.Х.Чанбарисовтың (Башҡортостанда юғары пед. белем биреүҙең барлыҡҡа килеү тарихы, совет университет системаһының формалашыуы), Ф.Х.Мостафинаның (Башҡорт АССР‑ында халыҡ мәғарифының үҫеше) һ.б. хеҙмәттәре арналған. БР‑ҙа үткәрелгән Ю.б. өлкәһендәге хәҙ. тикшеренеүҙәр төбәк сәйәсәте, Ю.б. алыуға хоҡуҡты тормошҡа ашырыу, юғары мәктәптең интеграцияһы, акмеологияһы һәм психодидактикаһы, дистанцион уҡытыу, Ю.б. сифаты, юғары техник мәктәптең гуманитарлашыуы проблемаларына һ.б. бәйле (В.Л.Бенин, Е.В.Головнёва, Г.И.Ғайсина, Ә.С.Ғая­зов, Ө.Ғ.Зиннуров, А.Б.Курлов, Р.Р. Мәүлитов, Э.Ш.Хәмитов, А.М.Шам­мазов, Л.А.Ширяев, Ф.В.Шәрипов, Р.М.Әсәҙуллин һ.б. тикшеренеүҙәре).

Әҙәб.: Ч а н б а р и с о в Ш.Х. История зарождения высшего педагогического образования в Башкирии. Уфа, 1991; Ш а м м а з о в А.М. Экономика высшей школы: опыт, проблемы, пути становления. Уфа, 1998; Гаязов А.С., Хамитов Э.Ш., Каримов З.Ш. Европейское измерение в высшем педагогическом образовании. Уфа, 2005.

Р.Н.Хәзиәхмәтова

Тәрж.­Ә.Н.Аҡбутина