ХОР КАПЕЛЛАҺЫ. 1969 й. Башҡорт филармонияһында Башҡ-н дәүләт Х.к. булараҡ ойошторола, 1991 й. алып БР Дәүләт Х.к., 1996 й. башлап БР Дәүләт академик Х.к. 2017 й. ойоштороусыһы, тәүге художество етәксеһе һәм баш дирижёры – Т.С.Сәйфуллин ис. бирелә. Беренсе концерты 1970 й. 12 апр., Рәсәй буйлап тәүге гастролдәре 1975 й. була. Репертуарында 600-ҙән ашыу әҫәр, шулар араһында сит ил (И.С.Бах, Дж.Верди, В.А.Моцарт, К.Орф һ.б.), ватан (М.П. Мусоргский, С.В.Рахманинов, Г.В.Свиридов, Т.Н. Хренников, П.И.Чайковский, Д.Д. Шос­такович һ.б.), ш. иҫ. башҡорт композиторҙарының (М.М.Вәлиев, А.Х.Ғабдрахманов, Р.Л.Ғәби­тов, Р.Х.Ғәзизов, Н.Ә.Дауытов, Ш.Ш. Ибраһимов, З.Ғ.Исмәғилев, Л.З.Исмәғилева, Т.Ш.Кәримов, Р.Ә.Мортазин, С.Ә.Низаметдинов, Р.Н.Сабитов, Р.М.Хәсәнов, Д.Д.Хәсәншин, М.Х.Әхмәтов, Х.Ф.Әхмәтов) хор музыкаһы;“Буранбай”, “Ете ҡыҙ”, “Салауат”, “Сибай”, “Шәл бәйләнем”, “Элмәлек” һ.б. башҡорт халыҡ йырҙарының эшкәртмәләре бар. Х.к. солистары һәм төп башҡарыусылары — Н.И.Байрамғолова, Р.К.Ғарифуллин, Ф.Д.Шәйҙуллина, БАССР-ҙың атҡ. артистары Н.Ғ.Лоҡманов, Р.Х.Сабиров, Ю.В.Суханов, БР-ҙың атҡ. артистары Ғ.Ғ. Баҙамшин, Ф.Н.Биккенин, Т.А. Виноградова, В.А.Макалкин, Ф.Ғ. Мө­хәмәтова, Ф.Б.Мөхәмәтшин, Р.С.Нохова, З.Ә. Смаҡова, Ф.Ә.Шәйәхмәтов, Р.Ә.Шәрәфетдинов, БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре М.Ш.Хәсәнова. Х.к. тарафынан Х.Ф.Әхмәтовтың “Ауыл йәштәре” хор циклы, М.Кәрим шиғырына “Россиянмын”, Ғ.Ғ. Шафиҡов шиғырына “Башҡортостан” кантаталары, М.Кәрим шиғырына “Үлемһеҙлек” вокаль-симфоник поэмаһы (бөтәһе лә – Исмәғилев), А.А.Вознесенский шиғырына “Урыҫ фрескалары” (“Русские фрески”), Э.Г.Багрицкий шиғырына “Революцияға ода” (“Ода Революции”) хор циклдары, В.В.Маяковский шиғырына “Октябрь еле” (“Октябрьский ветер”) ораторияһы (бөтәһе лә – Б.П.Кравченко), А.Г.Флярковскийҙың үҙ шиғырына “Әрмәнстан, Спитак, 1988 йыл, декабрь” (“Армения, Спитак, 1988 год, декабрь”) хор өсөн поэма-триптихы, Х.Ш.Гарданов шиғырына Б.Ғ.Мөлөковтың “Туҡай” ораторияһы һ.б. тәүге тапҡыр башҡарыла. Х.к. м-н Халыҡ ҡоралдары милли оркестры, Милли симфоник оркестр, Ҡазан, Төмән, Ульяновск, Һамар, Һарытау һ.б. ҡалаларҙың симфоник оркестрҙары; А.Ә.Абдразаҡов, С.Ә.Асҡаров, В.В.Белов, И.М.Ғәзиев, Й.Ә.Әбделмәнов, РСФСР-ҙың һәм ТАССР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре, ТР-ҙың Ғ.Туҡай ис. Дәүләт пр. лауреаты А.З.Монасипов, В.И. Платонов, Г.С.Родионов, РСФСР-ҙың халыҡ артисы һәм атҡ. сәнғәт эшмәкәре И.В.Шпиллер һ.б. хеҙмәттәшлек итә. Х.к. Яҡут (1978), Татар (1989) АССР-ҙарында БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте, Сыуаш АССР-ында БАССР мәҙәниәте (1981), Мәскәүҙә БР мәҙәниәте көндәрендә (1997, 2007); Халыҡ-ара симфоник һәм хор музыкаһы фестивалдәрендә (Өфө, 1993—2002; Ырымбур ҡ., 2007), “Алябьев көҙө” (“Алябьевская осень”, Төмән, 2001), камера музыкаһы (Силәбе ҡ., 2002) фестивалдәрендә; Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуға арналған сараларҙа (Латвия, Эстония; икеһе лә – 2004), Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыкаһы фестивалендә, “Өфөлә Шаляпин кисәләре”ндә ҡатнаша. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. “Нева хор ассамблеялары” Бөтә Рәсәй фестивале (“Невские хоровые ассамблеи”, С.-Петербург, 2007) лауреаты; Бөтә Рәсәй проф. хорҙар конкурсы дипломанты (Мәскәү, 1982). Художество етәкселәре һәм баш дирижёрҙары: Сәйфуллин (1969—82, 1989—97), Ф.Х.Сәлихов (1982 й. алып), Ш.М.Бикмөхәмәтов (1985—89), В.М.Никитенков (1997 й. алып), Н.Н.Иҡсанова (2001 й. алып), И.И. Ишбирҙин (2007 й. алып), А.А.Хасбиуллина (2012 й. алып).

В.Х.Әйүпова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова