ХОПРЕНИНОВ Пётр Спиридонович (?—17.5.1784), Ырымбур губернаһы казактарынан Уложенный комиссия депутаты. Сотник. Һамар ҡ. казагы. Ырымбур казак ғәскәрендәхеҙмәт итә. Комиссияға Һамар ҡ. һәм Яйыҡ, Һамар йй. буйлап урынлашҡан 20 ҡәлғә старшиналары һәм казактарынан эш хаҡын арттырыу, йөкләмәләрҙе кәметеү,казак старшиналарына батша һарайы кеше­ләрен һатып алырға рөхсәт итеү һ.б. т-да наказ тапшыра. Крәҫтиәндәрҙең сауҙа м-н шөғөлләнеү хо­ҡуғы, Рангылар табеленең яҡшы хеҙмәт өсөн дворян дәрәжәһе биреү т-да положениеһын һаҡлау өсөн сығыш яһай. “Аҫыл һөйәктәр хоҡуҡтары проекты”н тикшергәндә дворяндарҙың өҫтөнлөктә­рен киңәйтеүгә ҡаршы сығыш яһаған депутаттарға ҡушыла. 1769 й. ғин. казактарҙың хеҙмәттән тыш ваҡытта сауҙа м-н шөғөлләнеү хоҡуғы т-да наказға өҫтәмә индерә.

И.М.Васильев

Тәрж. М.Х.Хужин