ХОЛОПОВ Анатолий Александрович (24.2.1943, Өфө), график. БАССР-ҙың атҡ. рәссамы (1981). Рәссамдар союзы ағзаһы (1975). И.Д. Шадр ис. Свердловск художество уч-щеһын тамамла­ғандан һуң (1963) 1989 й. тиклем Башҡ-н ижади-производство комб-ты рәссамы. 1989—91 йй. БР Рәссамдар союзы идараһы рәйесе. 2004 й. алып Сергиев-Посад ҡ. йәшәй һәм эшләй.

Китап графикаһы, плакат (1960 йй. башлап), ҡулланма графика һәм реклама полиграфияһы (1990 йй. алып) өлкәһендә төп рәссамдарҙың береһе. 1960 йй.—2003 й. “Китап” нәшриәте м-н хеҙмәттәшлек итә: башҡорт һәм урыҫ шағирҙарының “Йырым минең — Башҡортостан” (“Песня моя — Башкортостан”; 1976; В.Д.Дианов м-н берлектә) шиғырҙар йыйынтығын биҙәй, респ. тәүге тапҡыр фотографика ҡуллана, ш. уҡ М.А.Светлов (1972), М.Кәрим (1980), Аҡмулла (1986) һ.б. шиғырҙар йыйынтыҡтары өҫтөндә эшләй; 1990 йй. “Башҡортостан” нәшриәтендә хеҙм-р була. “Башҡортостан” фотоальбомы макеты һәм уның график биҙәлеше (1995); Башҡорт драма театры (1970 йй. башынан), Өфө циркы (1974), “Аҡбуҙат” ипподромы (1982), “Аллоплант” серияһы (1988) өсөн реклама плакаттары, “Башҡорт кейеме” (“Башкирский костюм”; 1985) күргәҙмәһенә, Респ. һәүәҫкәр рәссамдар күргәҙмәһенә (1986) реклама плакаттары; “Тыныслыҡ, хәүефһеҙлек, хеҙмәттәшлек” сәйәси плакаты (1976); тирә-яҡ мөхитте һаҡлау проблемаһына арналған “Кеше + тәбиғәт” плакаты (ике һүрәт, 1978) авторы. Археология һәм этнография музейы интерьеры һәм экспозицияһы проекттарын (1980; авторҙашлыҡта), “Башҡорт кейеме” (Ленинград, 1983), “Башҡортостан күргәҙмәһе” (“Башкирская выставка”; Зальцбург ҡ., Австрия; 1991) күргәҙмәләренең дизайнын эшләй. 1969 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре БДХМ-да һаҡлана.

Л.В.Бондаренко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова