ЮБИЛЕЙНЫЙ, ҡылсыҡһыҙ ваҡ­ күс­терә сорты. 2000 й. З.М. Шәрипҡолова, Р.Й.Ғәлимуллин, С.Е. Колесников, Н.И.Колюкаева, Н.В.Руднев (БНИИСХ) тарафынан 11 сортты яңынан ирекле һеркәләндереп яһалма булдырылған ҡатмарлы гибрид популяциянан индивидуаль‑ғаилә һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Күп һабаҡлы ҡыуаҡ. Һабағының бейеклеге 170 см, бер аҙ төклө, йығылмай. 60%‑ын тигеҙ итеп япраҡ ҡаплаған. Япрағы ланцет формаһында, йомшаҡ, асыҡ йәшелдән алып ҡара йәшелгә тиклем төҫтә. Сәскәлеге — ярым ҡыҫынҡы һепертке. Орлоғо эре, асыҡ һоро. 1000 орлоғоноң ауырлығы 4— 5 г. Ҡышҡа, ҡоролоҡҡа сыҙамлы, уртаса өлгөрөүсе сорт, яҙ көнө һәм сабып алғандан һуң яҡшы үҫә. Уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 258, бесән — 86, орлоҡ — 4,8; йәшел масса составында (ҡоро матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 11,8% сей протеин, 36,2% күҙәнәклек бар (Үҫемлекселек­ селекцияһы­ үҙәге, 1996). БР б‑са ҡулланылышҡа 2010 й. индерелгән, бөтә ауыл­ хужалығы зоналарында үҫтерелә. Р.Й.Ғәлимуллин,­ З.М.Шәрипҡолова

Тәрж.­Г.А.Миһранова