ХОЛОДКОВСКИЙ Николай Аполлонович (31.7.1873 — ?), дәүләт эшмәкәре. Надворный советник (1911). Дворяндарҙан. Паж корпусын тамамлаған (С.-Петербург). 1892 й. алып император һарайы пажы, 1893 й. башлап камер-юнкер, һуңыраҡ 3-сө Драгун-Сумы полкы корнеты. 1906 й. алып Ырымбур өйәҙенең 4-се участкаһында земство нач., 1913 й. – Ырымбур губ. земство башҡармаһы рәйесе. 1917 й. мартынан Ырымбур губернаһында Ваҡытлы хөкүмәт комиссары. Йәмәғәт именлеге комитеттарын ойоштороу, полиция органдарын бөтөрөү, крәҫтиәндәрҙең алпауыт ерҙәрен баҫып алыуына ҡаршы көрәш һ.б. м-н шөғөлләнә. Майҙа Ырымбур губ. йәмәғәт ойошмалары съезында эсерҙар тәҡдиме б-са вазифаһынан бушатыла. Июндә хоҡуҡтарын Н.В.Архангельскийға тапшыра. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Д.А.Сафонов

Тәрж. М.Х.Хужин