ЮБИЛЕЙНЫЙ, ашау өсөн сығарылған виноград сорты. 1999 й. Л.Н.Стре­ляева, Н.В.Майстренко, М.Ғ.Әбдиева (БНИИСХ) тарафынан Мадлен Анжевин һәм Маленгр ранний сорттарын һеркәләндереү ысулы м‑н сығарыла. Уртаса бейеклектәге ҡыуаҡ. Япрағы уртаса ҙурлыҡта, өс һәм биш айырсалы, ныҡ теленгән, бер аҙ төклө. Сәскәһе ике енесле. Тәлгәше конус формаһында, ауырлығы 150—250 г. Емеше — еләк, ауырлығы 2,2 г, оҙонса түңәрәк, йәшел төҫтә. Шәкәр миҡдары 12,5%, органик кислота — 1,1%, С витамины — 100 г 7 мг. Ҡышҡа сыҙамлы сорт, юғары уңдырышлылыҡ һәм яҡшы тәм сифаттары м‑н айырылып тора. Уртаса уңдырышлылығы — 100 ц/га йәки бер ҡыуаҡтан 3,5 кг (Кушнаренко­ емеш‑еләк­ культуралары­ һәм­ виноград­ селекцияһы ­үҙәге, 2003—05). РФ һәм БР б‑са ҡулланылышҡа 1999 й. индерелгән, ҡаплаулы культурала бөтә ауыл­ хужалығы­ зоналарында үҫтерелә.

Тәрж.­ Г.А.Миһранова