ХОЛМОГОР, Көйөргәҙе р-нындағы ауыл, Шәбағыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. Көнб. табан 3 км алыҫлыҡта Оло Юшатыр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 241 кеше; 1920 — 331; 1939 — 468; 1959 — 328; 1989 — 122; 2002 — 130; 2010 — 121 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 19 б. башында Ырымбур өйәҙендә алпауыт крәҫтиәндәре ауылы булараҡ нигеҙ һалынған, тип фараз ителә. 1866 й. 20 йортта 112 кеше йәшәгән. Игенселек м-н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев