“ЮБИЛЕЙНАЯ”, тоҡомло ҡошсолоҡ ф‑каһы, ЯСЙ, “Урал‑Волга буйы агросәнәғәт төркөмө” ЯСЙ (Өфө) составына инә. Шишмә р‑ны Шөңгәккүл а. урынлашҡан. “Ю.” составында төп етештереүҙең инкубация, үрсем алыу өсөн аҫралған йәш ҡоштар, нәҫел көтөүе, йомортҡаны сортлау һәм төргәкләү цехтары (бөтәһе лә 2000 й. ойошторолған); ярҙамсы автотранспорт цехы (1996), мал аҙығы склады һ.б. бар. 2010 й. 179 кеше эшләгән. Ер майҙаны — 64,9 га. Ҡоштар һаны 187,6 мең тәшкил иткән, ш. иҫ. йомортҡа һалыусы тауыҡтар — 100 мең; йомортҡа һалыусанлыҡ — йылына 204 дана, йәш һәм оло ҡоштарҙың һаҡланғанлығы — 95%; йомортҡа етештереү — 20,1 млн дана, ш. иҫ. тоҡомло йомортҡа — 18 млн дана. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1954 й. БАССР А.х. министрлығының “Смычка” ҡошсолоҡ с‑зы булараҡ ойошторола; 1977 й. алып “Баш­птицепром” ДУАХП составында: “Ю.” ҡошсолоҡ ф‑каһы, 1983 й. башлап тоҡомло ҡошсолоҡ ф‑каһы, 2000 й. — бүлендек пр‑тие; 2007 й. хәҙ. статусын ала. 2007—08 йй. нәҫел көтөүе яңыртыла, “Хаббард Ф‑15 Уайт” кросы м‑н комплектлаштырыла. “Ю.” продукцияһы Өфөлә үткән халыҡ‑ара агросәнәғәт күргәҙмәләрендә алтын миҙал (2003) һәм дипломдар (1999, 2002—03) м‑н бүләкләнгән.

Тәрж.­Г.А.Миһранова