БАЛТАС РАЙОНЫ, БР‑ҙың төньяғында урынлашҡан. Төньяҡта — Тәтешле, көнсығышта — Ҡариҙел һәм Асҡын, көньяҡта — Мишкә, көнбайышта Борай р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Иҫке Балтас р‑ны булараҡ ойошторола, район составына Бөрө кантоны улустары инә, 1933 й. 20 сент. алып хәҙ. исемен йөрөтә (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Борай р‑ны составына индерелә. 1965 й. 4 нояб. яңынан ойошторола. Майҙаны — 1598 км2. Адм. үҙәге — Иҫке Балтас а., Өфөнән төньяҡҡа 220 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) көньяҡ-көнсығышҡа табан 70 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 49,1; 1959 — 39,3; 1989 — 24,9; 2002 — 24,7; 2010 — 21,6. Милли составы (2002): башҡорттар — 70,0%, татарҙар — 14,7%, мариҙар — 10,9%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 15,5 кеше/ км2. Районда 15 ауыл советы, 79 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Иҫке Балтас (5,6 мең кеше), Һәйтәк (0,7 мең), Көндәшле (0,6 мең) ауылдары.

Б.р. Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Район терр‑яһы Башҡорт көмбәҙе сиктәрендә һәм уның ситке зонаһында ята. Һәйтәк кирбесле ҡомло балсыҡ, нефть ятҡылыҡтары (Степанов, Шауъяҙы), ер аҫты һыуҙары ятҡылыҡтары (Иванай, Иҫке Балтас, Киҙгән ятҡылығының бер өлөшө) асылған. Климаты континенталь, бер аҙ ҡоро. Уртаса йыллыҡ т‑ра 1,5°С, ғин. уртаса т‑ра −15°С, июлдә 19°С. Абс. макс. т‑ра 39°С, абс. миним. −52°С. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 600—700 мм, йылы осорҙа 350—400 мм. Гидрографик селтәрҙе Тере Танып й.һәм уның ҡушылдыҡтары барлыҡҡа килтерә. Туғай һәм һоро урман тупраҡтары, көлһыуланған ҡара тупраҡтаралған. Терр‑яның күпселек өлөшө һөрөлгән; киң япраҡлы һәм ылыҫлы урмандар район майҙанының 30%‑ын биләй. Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы урман һәм дала төрҙәренән тора.

2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 100,4 мең га (дөйөм майҙандың 62,8%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 66,5, сабынлыҡтар — 12,0, көтөүлектәр — 21,8; урмандар майҙаны — 47,6, ер өҫтө һыуҙары — 0,8. Район төньяҡ урман-дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [совхоз, АХПК, 30 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, картуф үҫтереүгә, ит-һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Умартасылыҡ үҫешкән. Районда емеш-еләк питомнигы, Асҡын урман хужалығы участкалары бар. Иген ҡабул итеү пр‑тиеһы, һөт һәм кирбес заводтары, юл ремонтлау-төҙөү идаралығы, ПМК, МТС һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Борай—Иҫке Балтас—Көйәҙе (Пермь крайы), Иҫке Балтас—Асҡын автомобиль юлдары үтә. Б.р. төньяҡөнбайыш иҡтисади төбәккә инә.

Районда ПУ, 52 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 15‑е урта мәктәп (ш. иҫ. Иҫке Балтас урта мәктәбе, Үрге Ҡарыш урта мәктәбе), 13 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар ижады үҙәге, балалар сәнғәт мәктәбе, спорт мәктәбе; үҙәк район дауаханаһы, 5 ауыл амбулаторияһы, 38 фельдшер-акушерлыҡ пункты; 46 клуб учреждениеһы, 29 китапхана бар. 3 өлгөлө, 1 акад. һәм 10 халыҡ үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Балтач таңнары” һәм “Танып тулҡындары” гәз. сыға.

Ғ.Ә.Ғафаров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

БАЛТАС РАЙОНЫ картаһы

Яндекс.Метрика