ХОҘАЯРОВ Ғәли [ысын исеме Ҡоҙаяров Ғәләүетдин Ғәйнетдин улы; 20.9.1891, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Аблай а. (БР-ҙың Саҡмағош р-ны) – 9.3.1966, Өфө], шағир. “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә (1907– 12), Өфө халыҡ мәғарифы ин-тында (1918–19) уҡыған, пед. курстарҙы тамамлаған (1918). 1919– 20 йй. “Шәреҡ ярлылары” гәз (Өфө). мөхәррире. 1924–32 йй. “Спартак” күн аяҡ кейеме комб-ты дир., ТАССР ХХС-ы рәйесе урынбаҫары, Ауыл хужалығы кооперацияһы союзы рәйесе, Татар пед. ин-ты ректоры, ТАССР мәғарифы халыҡ комиссары (бөтәһе лә – Ҡазан), Ҡазан совет төҙөлөшө ин-ты директоры. 1956 й. алып Өфөлә йәшәй. Тәүге шиғырҙары 1910 й. “Ваҡыт” гәз., “Шура” ж. баҫыла. “Күҙ йәштәрем” (1915) шиғри йыйынтығы авторы. Х. ижады мәғрифәтселек идеялары м-н һуғарылған. Уның лирик геройы – рухи һәм соц. азатлыҡҡа ынтылған кеше. “Башҡорт халҡына хитап” (1910) әҫәре башҡорт халҡын милли уяныуға саҡыра. Шулай уҡ художестволы тәржемә өлкәһендә эшләй. Халыҡ хужалығы, педагогика, идеология, мәҙәни төҙөлөш мәсьәләләре б-са публикациялар авторы. Ғүмеренең һуңғы йылдарында “Башҡорт һәм татар халыҡтарының милли азатлыҡ хәрәкәте һәм революцияға тиклемге мәҙәниәте” (“Из истории национально-освободительного движения и дореволюционной культуры башкирского и татарского народов”; баҫылмаған) исемле монография өҫтөндә эшләй. Репрессиялана, 1932–35 йй. һәм 1936 й., 1941 й. төрмәлә ултырған, тип фараз ителә. 1956 й., башҡа мәғлүмәттәр б-са 1989 й., аҡлана.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте. ХХ быуат башы. 1-се кит. Поэзия. Өфө, 1983.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов