ХОҘАЙБИРҘИНА Тамара Шәһит ҡыҙы (10.8.1923, Өфө — 27.4.1998, шунда уҡ), балет артисы. РСФСР-ҙың (1955) һәм БАССР-ҙың (1953) атҡ. артисы. Ш.Ә.Хоҙайбирҙиндең ҡыҙы. Ленинград хореография уч-щеһын тамамлағандан һуң (1941; педагогы М.Ф.Романова) 1964 й. тиклем БДОБТ-ның балет солисы, бер үк ваҡытта 1960—71 йй. Өфө сәнғәт уч-щеһында, 1968 й. алып ӨДСИ-лә уҡыта. Тәүге проф. башҡорт балериналарының береһе. Юғары башҡарыу техникаһына, музыкаллеккә эйә булған. Асыҡ темпераменты, сағыу актёрлыҡ таланты, һомғол пластикаһы героиняларын үҙенсәлекле итеп кәүҙәләндерергә мөмкинлек биргән. Төп партиялары: Сванильда (“Коппелия”; дебют, 1941), Одетта — Одиллия (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”, П.И.Чайковский), Лауренсия (А.А.Крейндың ш. уҡ исемле балеты), Эсмеральда (Ч.Пуньиҙың ш. уҡ исемле балеты), Зарифа (“Тау риүәйәте” — “Горная быль”, А.С.Ключарёв) һ.б. Иң яҡшы партияларының береһе — Зарема (“Баҡсаһарай фонтаны” — “Бахчисарайский фонтан”, Б.В.Асафьев). Репертуарында донъя халыҡтары бейеүҙәре, ш. иҫ. “Мөғлифә”, “Бүләк”, “Һыу буйында осрашыу” башҡорт бейеүҙәре һ.б. бар. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашҡан (1955). “Сыңрау торна” (“Журавлиная песнь”; Свердловск к/ст, 1959) фильм-балетында төшкән. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (Бухарест, 1953).

Әҙәб.:  Г а л и н а Г.С. Тамара Худайбердина. Уфа, 1996.

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова