БАЛТАЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡарамалы‑Ғөбәй а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 37 км һәм Ҡандра т. юл ст. К. табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1156 кеше; 1920 — 1277; 1939 — 1083; 1959 — 903; 1989 — 329; 2002 — 339; 2010 — 377 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡарамалы-Ғөбәй урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт.Ҡазан даруғаһы Ҡанлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Әйле улусы Туғыҙлы а. башҡорттары нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Бикташ һәм Ҡолтай Балтаевтар билдәле. 1865 й. 100 йортта 543 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. М.К.Латипов, Ф.Ш.Мәхмүтов ошо ауылда тыуған.

Ш.У.Сәмиғуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика