ЯРҒАНАТТАР (Chiroptera), имеҙеүселәр отряды. 18 ғаиләһе, 900‑ҙән ашыу төрө билдәле. Башҡортостанда 12 төрө осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына Я. 8 төрө индерелгән: эңер ярғанаты, һыу төн күбәләге, этбаш төн күбәләге, яр төн күбәләге, ваҡҡолаҡ ярғанат, киске ваҡ ҡолаҡ ярғанат, ҡара шымаморон, төн шымамороно.

А.Г.Яковлев

Тәрж. Г.А.Миһранова